Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, Дүртөйлө ҡалаһында өс ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлдө.
Әле унда биҙәү эштәре тамамланған. Балалар баҡсаһы биләмәһендә бәләкәй архитектур һындар, ҡомлоҡтар, өйрөлсәктәр, кескәй тауҙар, күләгәле япмалар барлыҡҡа килгән. Баҡса бинаһына ишектәр ҡуйылған, йыһаз, ҡорамалдар килтерелгән. Объектты йылылыҡ һәм һыу селтәренә тоташтырғандар.
“Баҡсаға “Бала саҡ иле” тигән исем бирелеүе осраҡлы түгел. Был илдә һәр береһенең үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле, мауығыуҙары булған кескәй кешеләр йәшәй, әммә уларҙың барыһын да бер нәмә – дуҫлыҡ берләштерә”, – ти балалар баҡсаһы мөдире Изольда Апкадырова.
Яңы баҡса асылыу менән мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәтенә ихтыяж кәмейәсәк, шулай уҡ өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк.
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/359529/