Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһындағы банк эше һәм мәғлүмәт системалары колледжында IX “Йәш профессионалдар (WordSkils Russia)” милли чемпионатына ярашлы, “Смета эше” компетенцияһы буйынса йыл һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Унда Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән туғыҙ конкурсант ҡатнашты. Ярыштарҙа Башҡортостан данын Нефтекама нефть колледжының III курс студенты Лариса Зиннәтуллина һәм педагог Алһыу Вәккәзова яҡланы. Нефтекама ҡыҙы һынауҙы ҡыйыу үтте, ярыштар һөҙөмтәһе буйынса ул “Смета эше” компетенцияһы буйынса алтын миҙалға лайыҡ булды. Еңеүсене лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.