Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө дәүләт авиация техник университетының Ғилми советы ултырышында ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе БДУ менән ҡушылыу һөҙөмтәһендә авиация университеты эйә буласаҡ мөмкинлектәр һәм берләштерелгән юғары уҡыу йортоноң “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу перспективаһы тураһында һөйләне. Фекер алышыуҙан һуң Ғилми совет ағзаларының күпселеге ҙур яңы университет ойоштороуҙы яҡлап тауыш бирҙе. Унан алдараҡ Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университетының Ғилми советы ултырышында сығыш яһағайны. БДУ Ғилми советы ағзалары ла Башҡортостан Башлығының берләштерелгән юғары уҡыу йорто булдырыу башланғысын хупланы.
Төбәк етәксеһе Өфө дәүләт авиация техник университетының һөнәри коллективына донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү проектында ҡатнашҡан өсөн рәхмәт әйтте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, авиация университетының артабанғы үҫеше тәү сиратта Ғилми советтың ҡарарына бәйле буласаҡ, шуға күрә тауыш биреүгә бик яуаплы ҡарарға кәрәк.
– Ниндәй генә ҡарар булмаһын, мин уны ихтирам менән ҡабул итәсәкмен, сөнки юғары уҡыу йорттарын берләштереүҙең ҡатмарлы процесс икәнлеген аңлайым. Бындай реформация, әлбиттә, ниндәйҙер дәрәжәлә комфорт зонаһынан сығыуға тиң. Ләкин мин өр-яңы ҙур университет ҡына беҙгә илдә юғары мәктәпте үҫтереү буйынса алдынғы урындарға сығыу мөмкинлеген бирәсәк тип ышанам, – тине республика Башлығы.
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков әйтеүенсә, юғары белем биреү өлкәһендәге эксперттар республика юғары уҡыу йорттарының үҫеш темпының әкренләп түбәнәйеүен билдәләй. Был мәктәпте тамамлаған йәштәрҙең сит төбәктәргә уҡырға китеүенә, ғилми-тикшеренеү эштәрен финанслауҙың түбәнәйеүенә, квалификациялы йәш кадрҙарҙың етмәүенә бәйле. Уҡытыуҙың яңы йүнәлештәрен үҫтереүҙә лә, халыҡ-ара кимәлдәге белгестәрҙе йәлеп итеүҙә лә ҡыйынлыҡтар бар. Шуға күрә юғары уҡыу йортон үҫтереү йәһәтенән алға табан сифатлы аҙым яһау бик мөһим.
Тауыш биреү йомғаҡтарын иғлан иткәс, Башҡортостан Башлығы Ғилми совет ағзаларына берләштерелгән ҙур университет булдырыу башланғысын хуплаған өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141098.html