Белеүебеҙсә, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто матбуғатҡа яҙылыу осоронда “Яҙыл да бүләк от!” тип аталған акция ойоштороп килә. Шарттарға ярашлы, унда ҡатнашырға теләүселәр, бер район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрергә тейеш.
2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылып, әлеге акцияға ҡушылыусылар араһында үткәрелгән конкурсҡа ғинуар айында Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында Ейәнсура районының Байыш ауылында йәшәгән Юлиә менән Илнур Ваһаповтарҙың ғаиләһе лә бар ине.
“Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков Ваһаповтарҙың көтөп алған бүләген тапшырҙы. Был хаҡта урындағы “Ейәнсура таңдары” гәзитенән Айгөл Ҡылысбаева тулыраҡ мәғлүмәт еткерҙе: “Ваһаповтар балаларына – Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының VI класында уҡыған ҡыҙҙары Айсулпан, Байыш мәктәбенең IV класында уҡыған Айнур һәм алты йәшлек Гөлиәгә “Аманат” республика үҫмерҙәр журналын алдыра. Шулай уҡ йыл һайын “Ейәнсура таңдары” район гәзитенә яҙылалар. Һәм бына, күптәр араһынан бәхет уларға йылмайҙы: Ваһаповтар ноутбуклы булды!
– Еңеребеҙгә ышанып квитанцияларҙы ебәрҙек. Ифрат ҡыуандыҡ! Быйыл Гөлиәбеҙ уҡырға бара, был ноутбук – өс уҡыусыһы булған ғаиләбеҙ өсөн бик кәрәкле әйбер, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Юлиә.
Әйткәндәй, әле 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара. Милли баҫмаларҙы дәррәү алдырып, башҡортса гәзит-журналдарҙы таратыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!