Уның исеме лә үҙенә оҡшап яҡты, нурлы – Светлана. Ата-әсәһенең аҡһыл сәсле, ҡуңыр күҙле, изге күңелле ҡыҙҙарына тап ошо исемде биреүе осраҡлы түгелдер. Светлананың үҙе яҙған китабы ла исеменә ауаздаш – “Ҡояш яҡтыртҡан юл” (“Солнцем освещенная дорога”). Изге эштәре, яҡты уйҙары Сибайҙа яҡшы билдәле педагогты ғүмер буйы оҙатып бара. Бындай кешеләрҙе хәҙер ирекмән тиҙәр. Ә ул – асылы менән ирекмән.
“Каруанһарай”ҙа барыһына ла урын етә ине...
Светлана Кинйәбай ҡыҙы Буранбаеваның тормошо еңел булмаған. Егерме йәшендә кескәй һеңле, ҡустылары өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға тура килә уға. 17 йыл бергә йәшәгән мәрхүм ире Әхәт Йәнтүрин менән бергә башҡа туғандарына ла, яҡташтарына ла, ата-әсәһенең дуҫтарының балаларына ла, хатта педагогия училищеһын тамамлаған йәштәргә лә һәр йәһәттән ярҙам итә.
Ҡунаҡсыл ғаиләгә ҡайһы саҡта 10 – 15-әр кеше килеп йәшәй, йоҡларға ҡала. Улар берәүҙе лә ситкә типмәй, бөтәһенә лә булышлыҡ итергә тырыша. Улай ғына ла түгел, ярҙам ҡулы һуҙыуҙан улар үҙҙәре кинәнес ала. Уҡытыусы һәм милиция хеҙмәткәре килгән кешене иғтибар менән тыңлай, кәңәш бирә, проблемаһын хәл итеүгә ҡушыла. Был нимә, альтруизммы? Моғайын, нәҫелдән, ата-бабаларҙан килгән итәғәтлелек, тәрбиәлер...
Уларҙы әүәл-әүәлдән уҡытыусылар ғаиләһе тип йөрөтәләр. Аҙнабаевтар династияһының педагогик хеҙмәт стажы – 250 йылдан ашыу. Был эшкә ата-әсәһе Елизавета Дмитриевна менән Кинйәбай Дәүләтбай улы нигеҙ һала. Улар икеһе лә данлыҡлы Каруанһарайҙа урынлашҡан Ырымбур педагогия техникумында уҡый.
1935 йылда уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙе Баймаҡ районына ебәрәләр. Уларҙы Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов эшкә ала. Йылдар үтеү менән был мәктәптә уға нигеҙ һалған Светлана Кинйәбай ҡыҙының атаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. К.Д. Аҙнабаевтың балалары һәм ейәндәре уның исемендәге премия булдыра. Ул әле лә иң яҡшы өс уҡыусыға тапшырыла.
– Ғаиләбеҙҙә дүрт бала: Тамара, Валерий, мин һәм Дамира уҡытыусы һөнәрен һайланы, – ти Светлана Кинйәбай ҡыҙы. – Балаларыбыҙ Рәйлә, Нурия, Гүзәл дә беҙҙең эҙҙән китте, шулай уҡ бүләләребеҙ Шамил, Альбина, Лиана, Диана ла ошо өлкәлә эшләне.
Атайым яғынан туғандарыбыҙ араһында уҡытыусы һөнәрен һайлаған апай-һеңлеләр, ағай-ҡустылар байтаҡ. Улар араһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған, мәғариф отличнигы исеменә эйә булғандары ла бар.
“Үҙҙәре уҡытыусы булған ата-әсә ҡыҙҙарын был һөнәрҙән йырағыраҡ торорға өгөтләмәнеме?” – тип ҡыҙыҡһынам.
– Юҡ, әлбиттә. Был бит беҙҙең нәҫелдән килгән, асылыбыҙға һалынған һөнәр. Ҡыҙым Нурияның кескәй генә сағынан урамда балаларҙы йыйып, дәрес үткәреүе, уйындар ойоштороуы, өйҙән тәмле-татлыны алып сығып, уларҙы һыйлауы һәм тәрбиәсе булырға хыялланыуы әле лә хәтеремдә. Хыялы тормошҡа ашты уның: мәктәпкәсә учреждениела эш стажы 27 йыл, шуның 17-һендә тәрбиәсе булып эшләне һәм 10 йылында етәксе вазифаһын башҡарҙы.
Педагогия училищеһы студенты булған саҡта бында уҡытыусыларҙы махсус тәртип буйынса һайлап алалар кеүек тойола ине. Ҡалалағы башҡа педагогия коллективтары үпкәләмәһен, әммә бында остаздар ҙа, етәкселәр ҙә һәр саҡ көслө булды.
– Мин педагогия колледжында 40 йыл бик яҡшы кешеләр менән эшләнем. Уларҙың күбеһе – үҙ эшенең оҫтаһы. Беҙ бер дәүерҙә – ХХ быуатта тыуғанбыҙ, ҡатмарлы реформаларҙы һәм үҙгәртеп ҡороуҙарҙы бергәләп үткәрҙек, әммә кешелек сифаттарын юғалтманыҡ. Кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәтте, үҙ-ара ихтирамды, ғәмәлдәге ваҡиғаларға вайымлылыҡты, шулай уҡ тыуған ҡалабыҙға, йәнтөйәгебеҙ Башҡортостанға һөйөүҙе һаҡлап ҡала алған көслө ихтыярлылар быуыныбыҙ. Тап ошо сифаттар мәғариф системаһы өсөн конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған йәш белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ иткәндер.
1966 – 1972 йылдарҙа уҡыу йортона Сибай педагогия училищеһына нигеҙ һалған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡорт кавалерия дивизияһының элекке кавалерия эскадроны командиры, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, К.Д. Ушинский миҙалына лайыҡ булған Б.М. Мәмбәтҡолов етәкселек итә. Бәҙри Мөжәүир улы иң яҡшы педагогтарҙы һайлап, буласаҡ уҡытыусылар әҙерләүҙең үҙенсәлекле системаһын ойоштора ала. Һөҙөмтәлә республика күләмендә киң танылыу яулай.
Светлана Кинйәбай ҡыҙы директорҙың уны атайҙарса ихласлыҡ менән эшкә алғанын, шунда уҡ “Башмедьстрой” тресының дөйөм ятағынан урын хәстәрләүен оло ихтирам менән хәтерләй. Баҡтиһәң, ул йәш белгестәрҙең барыһын да шулай ҡаршылаған икән. Бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс, кис йыйыштырыусы килеп, директор саҡыртыуы тураһында әйтә. Ҡыҙ ҡурҡып ҡына етәксенең ишеген шаҡый. Инһә, ни күҙе менән күрһен, унда әсәһе ултыра.
Ул осорҙа Елизавета Дмитриевна Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйындағы ял йортонда була, ә Ейәнсураға ҡайтышлай ҡыҙының хәлен белеп сығырға ҡарар итә. Бәҙри Мөжәүир улы уйынлы-ысынлы итеп: “Ә ниңә һин Лиза менән Кинйәбайҙың ҡыҙы икәнлегеңде әйтмәнең?” – тип һорай. Ата-әсәһенең тормошондағы был сәхифәләр тураһында белмәгән ҡыҙ юғалып ҡала. “1935 йылда һинең кеүек йәш кенә атай-әсәйеңде эшкә алғайным. Ул ваҡытта мин Баймаҡ районы хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй инем, уларға туй кисәһен дә ойошторҙом. Бына бит – тау менән тау ғына осрашмай, ә кеше менән кеше осраша...” – тип һөйләп бирә директор.
Үҙенең күптәнге һабаҡташтарының ҡыҙын эшкә алған тәүге директоры тураһында Светлана Буранбаева әле булһа йылы хәтирәләр һаҡлай.
Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитов ғүмер юлында уның йәнә бер остазы, уҡытыусыһы була. Ул 1972 йылда Сибай педагогия училищеһы директоры итеп тәғәйенләнә һәм уҡыу йортона 26 йыл етәкселек итә. Был училище Башҡортостандың көньяғында ҡеүәтле кадрҙар әҙерләү үҙәгенә әүерелә. Директорҙың тырышлығы менән 1973 йылда – хеҙмәт күрһәтеү, 1981 йылда – мәктәпкәсә учреждениелар тәрбиәселәре, 1990 йылда – физик культура һәм һынлы сәнғәт, 1993 йылда сит телдәр һәм музыка бүлектәре асыла. Ул килеү менән училищела өр-яңы дәүер – матди-техник базаны нығытыу, бөтә педагогия коллективының ижади осош, уҡытыусыларҙың оҫталығын арттырыу, Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы райондары өсөн генә түгел, тотош республика өсөн һәләтле йәш уҡытыусылар әҙерләү дәүере башлана.
Хәмитов энтузиастарҙан торған берҙәм коллектив төҙөү йәһәтенән ҙур эш башҡара. Уның нигеҙен директорҙың производство практикаһы буйынса урынбаҫары Надежда Ивановна Карпова, уҡытыусылар Фәриҙә Әхмәт ҡыҙы Собханғолова, Шөғәйеп Закир улы Шаһимов, Әхмәт Әхмәт улы Ҡужахмәтов, Татьяна Александровна Палагичева, Сәхи Вәли улы Бикҡолов, Евдокия Ивановна Широкова, Йәнғәле Хәйбулла улы Сараев, Анатолий Федорович Тесля кеүек тәжрибәле һәм ижади шәхестәр тәшкил итә. Уҡытыусылар әҙерләүгә Венера һәм Әсхәт Шакировтар, Фәнилә менән Фәрит Бикбаевтар, Вилиә һәм Марат Солтангилдиндар ҙа тос өлөш индерә. Светлана Кинйәбай ҡыҙы тормошоноң иң сағыу мәлдәрен бергә үткән кешеләрҙе яҡшы хәтерләй.
Тәжрибә менән йәшлек дәрте һөҙөмтәһен бирә, интеллектуаль, психологик-педагогик оҫталыҡты арттырыуға йүнәлтелгән эш Сибай педагогия колледжына тиҫтә йылдан ашыу республикалағы 13 педагогия училищеһы һәм колледжы араһында бөтә күрһәткестәр буйынса беренсе урындарҙы яулау мөмкинлеген тыуҙыра. Ул йылдарҙа бер нисә педагог “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарында лауреат һәм дипломант була. Ә Х.Х. Хәмитов үҙе “Йыл директоры-1994” республика конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яулай. Әйтергә кәрәк, директор һәр даим өр-яңы идеялар менән яна, коллективты ла үҙенең артынан эйәртә, бергәләп был башланғыстарҙы тормошҡа ашыра.
Йәш уҡытыусыға данлыҡлы педагогтарҙың һәм етәкселәрҙең һоҡланғыс плеядаһы менән эшләү бәхете насип була. Светлана Кинйәбай ҡыҙы быны яҙмыш бүләге тип атай.
Һөйөүен башҡаларға тигеҙ өләшә
Педагогия училищеһына студенттар, нигеҙҙә, Урал аръяғы райондарынан йыйылған. Ҡала тормошона күнегеп китеү уларға еңелдән булмағандыр, шуға күрә класс етәкселәренең тәрбиәүи планында йәштәрҙе яраҡлаштырыу сараларына ҙур урын бирелгән. Беренсе һәм икенсе курстарҙа улар юғалып, ҡурҡып ҡалған яңғыҙ ҡошсоҡтарҙы хәтерләтһә, өсөнсө-дүртенсе курстарҙа ҡыҙҙар “сәскә ата”, күркәм итеп кейенә башлай, ә егеттәр киләсәгенә ныҡлы ышанған, көслө шәхестәргә әүерелә.
Мәктәп бүлеге мөдире булған С.К. Буранбаеваға төрлө хәлдәрҙе кисерергә тура килә, ләкин ул һәр саҡ мәсьәләне студент файҙаһына хәл итергә тырыша, ата-әсәләр менән бәйләнеште юғалтмай. Ҡайһы ваҡыт ниндәйҙер проблеманы яйға һалыу өсөн ауылдарға ла юллана, сөнки училищеға балалыҡтан сыҡҡан, ләкин өлкәндәр сафына баҫып өлгөрмәгән кисәге уҡыусылар килә: кемдер ҡалаға күнегеп китә алмай, кемдеңдер тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәте ҡатмарлы, берәүҙәре ғашиҡ булған, икенселәре уҡырға йөрөмәй... Шуға күрә класс етәкселәре менән берлектә тулы сығарылышты тәьмин итеү йәһәтенән ҙур эш алып барыла.
Педагогик хеҙмәт ветеранының фекеренсә, уҡытыусы әҙерләү – айырым фән. Уҡытыусыға заман менән бергә атларға, педагогия фәнендәге яңылыҡтарҙы белергә кәрәк, өҫтәүенә үҙ-үҙеңде камиллаштырыу талабын берәү ҙә ғәмәлдән сығармаған. Хәҙер генә ул ялған уҡытыусылар йәки дәрес биреү менән генә шөғөлләнгән битараф кешеләр күбәйҙе. Ә ул һәр саҡ уҡытыусы һөнәренең абруйлы, ихтирамлы булыуын, был һөнәргә ҡыҙыҡһыныусан, вайымлы, белемле кешеләр килеүен теләй.
Светлана Кинйәбай ҡыҙы социаль селтәрҙән әүҙем файҙалана, уҡыусылары, хәҙер инде коллегалары, менән даими бәйләнештә. Шуныһы ҡыҙыҡ: хәҙер уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә нимә үҙгәргән, йәштәр үҙҙәренең уҡытыусыларын нығыраҡ аңлай башлағанмы?
– Күптәре менән аралашам, шылтыратышып торабыҙ, йыл һайын сығарылыш төркөмдәренең осрашыуҙарына барам, – ти әңгәмәсем. – Улар өсөн мин уҡытыусы булып ҡалам, күп кенә мәсьәләләр буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, ҡулымдан килгәнсә кәңәш бирәм. Ҡала мәктәптәрендә үткәрелгән сараларға йыш саҡыралар. Уларҙың күбеһендә беҙҙең студенттар директор булып эшләй. Был уҡыу йорттарына ингәндә биләп алған хис-тойғоно әйтеп биреү бик ҡатмарлы: үҙебеҙҙекеләр өсөн ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та һәм... бер аҙ һағыш та.
Уҡытыусы һөнәре ни өсөн ылыҡтырҙы, тиһегеҙме? Мәктәп бүлеге мөдире булып эшләгәндә мәғариф системаһындағы бөтә яңылыҡтар хаҡында хәбәрҙар булырға тейеш инем. 2000 йылдарҙа уҡыу барышына компьютерҙар индерелә башланы. Беҙҙә уларҙы үҙләштереү курсы ойошторолдо. Уларға мин дә йөрөнөм. Артабан өйҙә лә гаджеттар, смартфондар барлыҡҡа килде. Ҡыҙым “Класташтар” һәм “Бәйләнештә” селтәрендә теркәлергә ярҙам итте. Әле был социаль селтәрҙәрҙән ышаныслы файҙаланам. Ватсапта “Педагогик хеҙмәт ветерандары” тигән төркөмөбөҙ бар. Бер-беребеҙҙе ҡотлайбыҙ, аралашабыҙ, фотоларҙы уртаҡлашабыҙ, бергәләп ял итәбеҙ, юбилейҙарыбыҙҙы үткәрәбеҙ. Дуҫтарса йылы, ихлас мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалдыҡ. Беҙҙең педагогия колледжына хас сифат – бер-береңдең ҡәҙерен белеү, ихтирам итеү, – тине Светлана Кинйәбай ҡыҙы.
Ҡатын-ҡыҙға фатиха бирегеҙ!
Ул бөгөн дә әүҙем тормошта йәшәй. Йорто эргәһендә баҡсаһы бар. Хәләл ефете Фәрит Ҡунаҡбай улы менән сәскә, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, байтаҡ йылдар тауыҡ аҫрай. Мөмкинлек тыуған һайын Ҡаҙағстанға, Яҡтыкүлгә йүнәлә, Ғәҙелшала йәки Ҡыҙыл буйында, Иҫәндә ял итә. Урал аръяғы ҡала, райондарындағы йәшәгән туғандарына, дуҫтарына бара, үҙҙәре лә ҡунаҡ ҡаршыларға ярата.
Светлана Кинйәбай ҡыҙының эше бик яуаплы. Тиҫтә йыл инде ул ЗАГС бүлеге мөдире, С.Н. Шәйхелисламова рәйеслегендәге ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы була, “Мәҙхиә” танышыу клубына етәкселек итә. Ғаиләне планлаштырыу үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, йәш парҙарға кәңәш биреү эшендә ҡатнаша. Колледжда һәм мәктәптәрҙә мәҙәни-ағартыу саралары ойоштора.
“Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте” менән хеҙмәттәшлек уның тормошонда айырым урын биләй. Бында ул бюро ағзаһы була – иҫтәлекле даталарға сценарийҙар яҙа, кисәләр, юбилейҙар үткәрә. “Рухи хазина” ҡала клубы ағзаһы булараҡ, Юлай Моратовтың, Таңһылыу Ғәйнуллинаның, Әминә Яхинаның һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең кисәләрен уҙғара. 2013 йылда Сибай педагогия колледжының юбилейына “Ҡояш яҡтыртҡан юл” тигән китап сығара.
“Ағинәйҙәр ҡоро” ҡала советында ҡатнашыуын педагогия хеҙмәте ветераны “күңел йыуанысым” тип атай. Халыҡ йырҙарын, йолаларҙы өйрәнеү, башҡорт милли кейемен, биҙәүестәрҙе тергеҙеү халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, көнкүрешенә тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итә. Светлана Буранбаева мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларындағы фольклор сараларында, төбәк-ара һәм республика конкурстарында, башҡорт кейеме фестивалдәрендә, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен эшләү, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнаша.
Геройыбыҙҙың йәнтөйәге – Ейәнсура районын телгә алмаһаҡ, Аҙнабаевтар нәҫелендәге һоҡланғыс уҡытыусы тураһындағы мәҡәләбеҙ тулы булмаҫ кеүек. Абҙан ауылында Светлана Кинйәбай ҡыҙы, балаларға белем биреүгә ҙур тырышлыҡ һалып, уларҙы оло тормошҡа сығарған уҡытыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән “Мемориаль галерея” тигән үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашыра.
2018 йылда һуғыш ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы А.В. Ғүмәровҡа, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы М.З. Байназаровҡа тәүге мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. 2019 йылда иһә ете уҡытыусы иҫтәлегенә арналған күләмле сара үткәрелә. Яҡшы йола әле лә дауам итә. Быйыл осрашыу һәм мәктәп музейының мемориаль галереяһында иҫтәлекле плитәләр ҡуйыу күҙаллана.
Светлана Буранбаеваның ике ҡыҙы бар – Нурия менән Сәлимә. Уларға яҡшы белем биргән, ауыр иҡтисади заманда торлаҡ менән тәьмин итә алған.
– Беләһегеҙме, мин үҙем уларҙан күп нәмәгә өйрәнәм, – тип йылмая ҡатын. – Ҡыҙҙарым бик эшлекле. Нуриям – эргәмдә, беҙҙе ҡарай, бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә. Миңә оҡшап ул да ирекмән. Сәлимә оҙаҡ ваҡыт танылған музыкаль ғаиләлә шәхси ассистент, администратор булып эшләне. Берҙән-бер ейәнсәрем Санкт-Петербург университетын яҡшы билдәләргә генә тамамланы.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Светлана Кинйәбай ҡыҙын өйҙә ябай халатта һәм тапочкала күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ул һәр саҡ йыйнаҡ, бөхтә, зауыҡлы кейенгән.
– Был йәһәттән ҡыҙым ярҙам итә. Уның менән өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ өсөн заманса мода тураһында йыш һөйләшәбеҙ, – ти ул.
Ҡасандыр Светлана Кинйәбай ҡыҙы музыканан уҡыта. Ул классиканы ярата, романстарҙы үҙе башҡара. “Төҙөүсе” клубында эшләгән “Көҙгө моң” квинтетында ҡатнаша. Был квинтет 1984 йылда Бөтә Союз ижад смотрында лауреаты исемен яулай. Ҡалала үткән һәр сарала ул солист була, ике тиҫтә йыл төрлө хорҙарға етәкселек итә.
Дәүләт Светлана Кинйәбай ҡыҙының хеҙмәтен юғары баһалай. Ул – РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1994), Бөтә Союз художество ижад смотры лауреаты (1984). 1982 йылда пионервожатыйҙар әҙерләгән өсөн В.И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы билдәһе менән бүләкләнгән. “Туған моңдар” (2005), “Халыҡ күңеле” (2013) республика конкурстары лауреаты.
2016 йылда С.К. Буранбаева башҡорт халҡын туплауға, милли мәҙәниәтте, телде һәм рухты һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына лайыҡ була. 2019 йылда – Башҡортостандың 100 йыллығына миҙал, ә 2020 йылда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнә.
Уҡытыусы һәм музыкант, ижади шәхес, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе республика тарихын, мәҙәниәтен, музыка сәнғәтен, башҡорт әҙәбиәтен бик яҡшы белә. Уның менән аралашыуы мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ. Юғары зыялылығы, ватансыллығы, тыуған республикаһына, ҡалаһына һәм эшенә оло һөйөүе менән ул хеҙмәттәштәре, дуҫ-туғандары, уҡыусылары, Сибай ғына түгел, тотош республика халҡының ихтирамын яулаған.
Светлана Кинйәбай ҡыҙы – бәхетле кеше, сөнки уның педагогик поэмаһын артабан да дауам итеүселәре бар.
Буранбай КҮСӘБАЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (Сибай педагогия училищеһының 1970 йылғы сығарылышы):
– Светлана Кинйәбай ҡыҙы – бик сағыу шәхес. Ул музыка уҡытыусыһы, музыкаль тәрбиә һәм белем кабинеты мөдире, музыка һәм йыр уҡытыусыларының предмет-цикл комиссияһы рәйесе, мәктәп бүлеге мөдире булды. Хәйер, ул бөгөн дә эшлекле сифаттарын юғалтмаған, училищеның һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
1966 йылда беҙ, беренсе курс студенттары, фортепианола һәм думбырала оҫта уйнаған, музыка методикаһынан белем биргән, рус телендә яҡшы һөйләшкән бик талапсан музыка уҡытыусыбыҙҙың Өфө музыка-педагогия училищеһын тамамлап, шул йылда ғына эшләй башлағанын белмәгәнбеҙ ҙә. Ул беҙгә тәжрибәле, ысын уҡытыусы кеүек күренә ине. Хәйер, беҙ хаталанмағанбыҙ: ул, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһы булды.
Студент йылдарын хәтерләйем дә, Сибай педагогия училищеһында, тап шул уҡытыусыларҙа белем алырға насип булғаны өсөн яҙмышыма рәхмәт әйтәм. 1985 йылда Светлана Кинйәбай ҡыҙының мәктәп бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнеүе лә осраҡлы түгел. Ул ваҡытта училищела етди тикшереү булды. Уның һөҙөмтәһе буйынса С.К. Йәнтүринаның дәрестәре иң яҡшыһы тип танылды, уның методик эшмәкәрлеге юғары баһаланды.
Педагогия училищеһында алынған белем, тәжрибә ҡайҙа ғына эшләһәм дә, миңә һәр саҡ ярҙам итте. Бының өсөн уҡытыусыларыма рәхмәт.
Нәфисә (Вәлиева) ТУЛЫБАЕВА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Фольклорсылар союзы ағзаһы (1985 йылғы сығарылыш):
– Мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыу, һөнәр алыу мөмкинлеге киң ине. Әммә бөтәһе лә көтмәгәндә хәл ителде. Сибай педагогия училищеһы студенты Резеда ауылға каникулға килде. Ул һеңлеһе Лилиәне лә, мине лә училищеға уҡырға инергә күндерҙе.
1981 йыл. Сибайға автобуста оҙон юл, училищеның иҫке генә бинаһы, алыҫ ҡына туғандарҙа туҡталыу, имтихандар, дөйөм ятаҡ. Шулай итеп, педагогия училищеһында “мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәсеһе”нә уҡый башланым. Әйткәндәй, быныһы ла көтөлмәгән хәл булды, сөнки бәләкәй ауылда тыуып үҫкәнгә мәктәпкәсә балалар учреждениеһы тураһында ғүмерҙә лә ишеткәнем юҡ ине.
Тәүге класс сәғәте, төркөм, уның етәксеһе менән танышабыҙ. Класҡа һомғол буйлы, бик һылыу йәш уҡытыусы килеп инде. Үҙен Светлана Кинйәбай ҡыҙы тип таныштырҙы. Тауышы шундай моңло, йырлап һөйләшкәндәй тойола. Төркөмдә – 26 ҡыҙ. Класс етәксебеҙ беҙгә шунда уҡ оҡшаны. Һуңыраҡ уның яҡташ булыуын да белдек. Музыканан уҡыта. Төркөм менән уҡытыусы араһында мөнәсәбәт бик йылы ине. Ул әрләшә лә белмәй ине, тәртип насар булһа, дәрескә һуңлаһаҡ, тыныс ҡына киҫәтә, кәңәш бирә торғайны.
Хәтеремдә, Светлана Кинйәбай ҡыҙы беҙҙе өйөнә саҡырҙы. Бәлеш бешерергә өйрәндек, сәй эстек. Ҡала фатирына 20 ҡыҙ йыйылғанбыҙ. Ашъяулыҡты залдың иҙәненә йәйеп, сәй эсергә ултырҙыҡ. Көтмәгәндә Әхәт Әхтәм улы Йәнтүрин эштән ҡайтып инде. Уңайһыҙланып киттек.
Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе үҙҙәренең шәхси миҫалында, шәхескә хөрмәт нигеҙендә тәрбиәләне. Ә беҙ уларҙың кәңәштәрен хәтеребеҙгә һалып, изгелек һәм ихтирам һабаҡтарын оло тормошҡа үҙебеҙ менән алып киттек. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә, Светлана Кинйәбай ҡыҙы!