Белем һәм тәрбиә
20 Апрель 2021, 09:18

Телевизор тәрбиәсе һәм дуҫ булһын

Заман технологияларын, прогресты тәнҡитләүселәр күп бөгөн. Интернет, телевидениеның балалар аңына насар тәьҫире тураһында ла йыш яҙалар. Әммә нисек кенә булмаһын, беҙ тормошобоҙҙо уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ инде.

Заман технологияларын, прогресты тәнҡитләүселәр күп бөгөн. Интернет, телевидениеның балалар аңына насар тәьҫире тураһында ла йыш яҙалар. Әммә нисек кенә булмаһын, беҙ тормошобоҙҙо уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ инде. Шуға күрә белгестәр ниндәй кәңәш бирә? Эйе, алтын урталыҡты һаҡлау, йәғни һәр нәмәлә сама белеү фарыз! Бөгөнгө һүҙебеҙ телевидение, асыҡлабыраҡ әйткәндә, һанлы каналдар тәҡдим иткән контент хаҡында.



Балалар нимә ҡарай?


MOMRI заманса медиа институты тикшеренеүҙәренә ярашлы, бөгөнгө балаларҙың күпселеге – 72 проценты телевизорҙы көн һайын ҡарай. “Медиаскоп” тикше­реү компанияһы мәғлүмәт­тәренән күренеүенсә, 4 – 8 йәшлек балалар “Карусель” каналын ярата, ә мәктәп уҡыусы­лары араһында иң популяр телеканал – СТС. Шулай уҡ ТНТ, “Беренсе” һәм “Рәсәй 1” үҫмерҙәр үҙ иткән каналдар исемлегенә инә.
Иң бәләкәс телевизор ҡарау­сылар “Карусель”дә барған “Лунтик һәм уның дуҫтары”, “Көсөктәр патруле” һәм “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!” тапшырыуҙарын айырыуса үҙ итә. СТС-тағы “Галилео” танып белеү шоуы, яңы “Колледж” социаль программаһы (уның барышында ауыр холоҡло үҫмерҙәр ғаилә ҡиммәттәрен баһаларға өйрәнә), “ТВ-Центр”ҙағы “Ералаш”, “ТВ-3”-тәге “Иң яҡшы эт” шоуҙары балалар тарафынан яратып ҡарала. Шулай уҡ “Беренсе” каналдағы “Балалар. Тауыш”, ТНТ-лағы “Бейеүҙәр” шоуҙары ла йылдың-йылы бихисап тамашасы йыя.
Баланың ниндәй тапшы­рыуҙарҙы яратыуына ҡарап, уның холоҡ-фиғелен билдәләргә мөмкин, ти белгестәр. Калифорния университеты ғалимдары белдереүенсә, эске анализлау һәләте үҫешкән, кешеләр менән аралашырға яратҡан балалар сериалдарға өҫтөнлөк бирә, билдәлелек хаҡында хыялланған, тышҡы йөҙ-ҡиәфәтенә ҙур иғтибар биргән үҫмерҙәргә һәр төрлө реалити-шоуҙар оҡшай.


“Һанлы быуын” үҫә


Ғалимдар һанлы революциянан, йәғни тотош донъябыҙға интернет селтәре, һанлаштырыу процестары ныҡлап үтеп ингәндән һуң тыуған балаларҙы “Һанлы быуын” тип атай (инглизсә – Digital Natives — һанлы аборигендар). Улар мәғлүмәтте башлыса интернет ярҙамында алыуға өйрәнгән, һанлы мөхиттә үҙҙәрен бик иркен тоя. Мәҫәлән, бөтә ил буйынса һанлы телевидениеға күсеү процесы башланғас, күп кенә үҫмерҙәр өйөндә һанлы ҡорамалдарҙы үҙҙәре урынлаш­тырған. Меңдәрсә өлкән класс уҡыусыһы был тәңгәлдә ирекмән булараҡ башҡаларға ла ярҙам күрһәткән. 2019 йылда, аналогта тапшырыуҙар туҡтатылыу осоронда, Благовещенск ҡалаһынан Анастасия Вострикова 71 кешегә телевидение приставкаһы урынлаштырып биргән.


“Тамыр” – милли тәрбиә сығанағы


Баланың аң-белем ҡеүәһенә, тәрбиә үҙенсәлектәренә, йәшәгән мөхитенә яҡын булған милли ерлекле телеканалдар ҙа ҙур йоғонто яһай. 1992 йылда баш­ҡорт телендә тәүге тапҡыр “Сәңгелдәк” тапшырыуының донъя күреүе республикабыҙ тормошонда ҙур ваҡиға булғайны. “Сәңгелдәк” бөгөн дә кескәй­ҙәрҙең яратҡан тапшырыу­ҙарының береһе булып ҡала.
“Тамыр” каналы – радио һәм телевидение аша башҡорт балаларында милли үҙаң, рухи тамырҙарға яҡынлыҡ тәрбиә­ләүгә, уларҙы төрлө яҡлап асыуға булышлыҡ иткән ҡеүәтле сығанаҡ ул. Бындағы “Сулпылар” бәйгеһе аша үтеп, күпме кескәй йондоҙсоҡ ҙур сәхнәгә сыҡты икән?!
Бөгөн балалар “Тамыр” төшөр­гән башҡортса йәнһү­рәттәрҙе, фильмдарҙы яратып ҡарай. Телеканал етәкселеге әленән-әле йәш быуындың зауығына тура килерлек яңы тапшырыуҙар, проекттар уйлап сығарып тора. Мәҫәлән, “Бала артыҡ булмай”, “Бишек” проекттары, йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс “Бирешмә” сериалын шулар рәтенә индерергә мөмкин. Күптән түгел тағы бер проект – “Нурбостан” тип аталған беренсе башҡорт телендәге йәнһүрәт сериалы донъя күрҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башлаған “Ырыуҙар йыйыны” проектына “Тамыр”ҙар ҙа ихлас ҡушылды. Улар, аҙна һайын республикабыҙ райондары буйлап сәйәхәт ҡылып, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы әлеге анимациялы йәнһүрәт менән таныштыра, уйындар үткәрә, бүләктәр уйната һәм был сәйәхәт тәьҫораттарын “Нурбостан сәйәхәте” тапшырыуы аша тәҡдим итә.
Әлбиттә, был миҫалдар – “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы алып барған киң даирәле эшмәкәрлектең бер бәләкәй генә сағылышы. Иң мөһиме – беҙҙең милләт балалары күп һанлы үҙәк телеканалдар менән бер рәттән туған телдә тапшырыуҙар ҡарау, үҙаңын, телмәрен үҫтереү, тәрбиә һабаҡтары алыу мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас