Алексей ГУСЕВ, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры:
– Мәктәп уҡыусыларын бушлай ашатыу - бик мөһим мәсьәлә. Уҡыу ваҡытында балалар оҙайлы осор мәктәптә була, шуға күрә тулы кимәлдә үҫешһен өсөн уға ваҡытында барлыҡ туҡлыҡлы матдәләрҙе алырға кәрәк. Быға тиклем Башҡортостанда уҡыусыларҙың льготалы категорияларына ҡараған 15 проценты ғына мәктәптә бушлай туҡлана ине. Ҡалғандар – ата-әсәһе иҫәбенә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә ата-әсә лә балаларын мәктәптә тулы ҡиммәттә туҡланыу менән тәьмин итә алмай. Шуға күрә Владимир Путин һәм Хөкүмәт ҡабул иткән ҡарар республиканың барлыҡ башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу мөмкинлеге бирҙе. Ә был - 280 меңдән ашыу бала.
Беҙҙең бурыс иһә мәктәптәге туҡланыуҙы файҙалы һәм сифатлы ғына түгел, тәмле лә итеү.