Илнур СӘЛИХОВ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры:
– Бөгөн илебеҙҙә мөһим сәйәси ваҡиға булды: илебеҙ етәксеһе Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ул унда балалар һаулығын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бүлде. Айырыуса балаларҙың йәйге ялын ойоштороу күҙ уңында тотолдо. Әйткәндәй, быйылғы йылдан сығымдарҙың 50 проценты кире ҡайтарыласаҡ. Шулай уҡ талантлы йәштәрҙе, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡандарҙы дәртләндереү саралары ла булдырыласаҡ.
Владимир Путин, 2024 йылға тиклем яңы 1300 мәктәп төҙөләсәк һәм мәктәп автобустар паркы яңыртыласаҡ, тине. Әлбиттә, был ҡарарҙарҙың барыһы ла беҙҙе бик ҡыуандырҙы һәм ҡанатландырҙы. Мөрәжәғәтнамә бик оҡшаны, - тине.
Фото: Илнур Сәлиховтың шәхси архивынан.