“Торатау” конгресс-холында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 50 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сара үтте. Унда гимназияның төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, ветеран уҡытыусылар, республика етәкселеге һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты менән таныштырҙы.
Өфө ҡалаһында беренсе башҡорт мәктәбе 1970 йылдың 1 cентябрендә асыла һәм ҡала башҡорттары өсөн көтөп алған оло тарихи ваҡиға була. Бер төркөм ата-әсәләр һис бер икеләнеүһеҙ ошо мәктәпте һайлай, балаларын ошо белем усағына уҡырға бирә һәм улар ошо ҡарарҙары өсөн киләсәктә бер ҙә үкенмәй.
Заманына ҡарап мәктәптең исеме үҙгәрә. 1992 йылда белем усағы мәктәп-гимназия статусына эйә була, инновацион режимда эшләй башлай. 1999 йылда гимназияға күренекле ғалим-педагог, 1955 – 1971 йылдарҙа мәғариф министры булған Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның исеме бирелә. Эйе, исеме үҙгәрә, әммә есеме һәм тәғәйенләнеше һаҡлана: илле йыл дауамында белем усағы республикабыҙға бик көслө, билдәле зыялыларҙы, төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен тәрбиәләүен дауам итә. Бөгөн ул – ҡалабыҙҙа бай тарихы һәм матур йолалары булған өлгөлө белем биреү учреждениеларының береһе.
Гимназия бик күп билдәле шәхестәрҙе тәрбиәләп сығарған. Улар бөгөн мәғариф, мәҙәниәт, иҡтисад, дәүләт органдарында һәм башҡа өлкәләрҙә уңышлы эшләй, юғары ҡаҙаныштары менән ҡыуандыра. Юбилей айҡанлы конгресс-холдың фойеһында күргәҙмәләрен ойошторған билдәле рәссамдарҙың – Азамат Ғариповтың, Йәлил Сөләймәновтың һәм Азат Ҡужиндың ошо гимназия тәрбиәләнеүселәре булыуы уҡ был һүҙҙәрҙең хаҡлығын дәлилләй.
Гимназияның 50 йыллыҡ юбилейына халыҡ зал тултырып килде. Байрам тантанаһын “Аҡбуҙат” балалар ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Салауат Вәлиев) асты, гимназияның I-III кластарҙа уҡыған 38 уҡыусыһы матур итеп милли ҡоралыбыҙҙа башҡорт моңдарын яңғыратты.
Эйе, бында уҡытҡан уҡытыусылар һәр яҡтан да һәләтле, рухлы булыуы менән айырылып тора. Сарала уҡытыусылар коллективының сәхнә тултырып бейеүе (етәксеһе Луиза Ғәлина) – әйткәндәргә дәлил. Әйткәндәй, педагогтар коллективы яҡшы традицияларҙы һаҡлай һәм үҙҙәренең хаҡлы ялдағы хеҙмәттәштәренә оло хөрмәт менән ҡарай. Был юлы ла ветеран уҡытыусылар иғтибар үҙәгендә булды, уларға бүләктәр тапшырылды.
Байрамда Азат Бадранов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын Хөкүмәт наградалары менән бүләкләне. Шулай итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Бикбаева, инглиз теле уҡытыусыһы Диана Закирова – “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре”, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Мортазина, технология уҡытыусыһы Гөлсөм Шафиҡова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Моратоваға – Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, математика уҡытыусыһы Менәүәрә Мәҡсүтоваға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов 1973 – 1980 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләгән. Быйыл көҙ 90 йәшен билдәләйәсәк хеҙмәт ветераны әле лә әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Улар ошо мәктәпте тамамлаған Юлай Әбсәләмов менән гимназияның 50 йыллығына арналған китапты туплауға тос өлөш индергән.
– Һүҙ 20-се гимназияның 50 йыллығы тураһында ғына түгел, ә баш ҡаланың милли мәғрифәте үҫеше хаҡында бара. Сөнки уның дауамы булып баш ҡалабыҙҙың башҡа райондарында ла бер-бер артлы башҡорт мәктәптәре асылды. Шуға ла бөгөнгө сара – баш ҡаланың милли мәғарифы байрамы ул. Иҙел Агишев, Мөхәмәт Исҡужиндың исемдәрен телгә алдылар. Улар балаларыбыҙ туған телендә һөйләшһен, аралашһын, фән нигеҙҙәрен өйрәнһен тип хыялланды. Ошо изге ниәттәре тормошҡа ашты – телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белгән быуын үҫте. Улар беҙҙең милләтебеҙҙең киләсәге, алтын фонды. Быға мин бик шатмын, – тине Марат Мөхәмәтйән улы.
Гимназияға төрлө йылдарҙа етәкселек иткән директорҙарҙы – Туғыҙаҡ Йәһүҙинде, Марат Хафизовты, Вил Бәхтейәровты, Байыҡ Абдуллинды, Лира Камалованы, Ғәйнетдин Теүәлевте, Хисаметдин Хәйбуллинды, Альбина Баязитованы һәм Илдар Моталовты оло ихтирам менән иҫкә алды коллегалары. Ил ағалары Иҙел Агишевты, Мөхәмәт Исҡужинды бар йөрәктән рәхмәт әйтеп, хәтерләнеләр. Ә бит заманында Рәми Ғарипов, Йыһат Солтанов, Рәшит Солтангәрәев, Әнүр Вахитов, Рәшит Шәкүр, Мәрйәм һәм Диҡҡәт Бураҡаевтар, Булат Рафиҡов кеүек ҡыйыу милләттәштәребеҙ, мәктәпте асыуға ҙур өлөш индергән һәм, үҙҙәре лә өлгө күрһәтеп, балаларын уҡырға алып килгән. Бөгөн ана шул башланғысты дауам итеп, гимназияла билдәле шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың, артистарҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең һәм башҡа рухлы ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең балалары уҡыуы – ғәҙәти күренеш.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов депутаттар исеменән тәбрикләп, гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәноваға, химия уҡытыусыһы Зөлфиә Бураншинаға, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирҙәүес Ҡотлогилдинаға, башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Хәзиеваға – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамоталары, башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Мөхәмәтйәноваға һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Хәсәноваға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рәүфә Илһамова, Гөлназ Исхаҡова, тарих уҡытыуысыһы Гөлсирә Ҡаһарманова, физкультура уҡытыусыһы Вәзих Әфләтүнов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, был байрамда үҙ ғүмерен балалар уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусыларҙың һәр береһенең тиерлек фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһа алды. Мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Әхмәтова, башланғыс кластар уҡытыусылары Рузана Нуриева, Зөһрә Ҡазыханова, Айгөл Кәлиева, Динара Латипова һәм математика уҡытыусыһы Нәсимә Көмөшбаева “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” күкрәк билдәһе менән наградланды. Шулай уҡ бик күп педагогтарҙың хеҙмәте Өфө ҡалаһы хакимиәтенең һәм Совет районы хакимиәтенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Тантана йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, гимназия уҡыусыларының сығыштары менән үрелеп барҙы. Сарала Башҡортостандың халыҡ артистары Роберт Юлдашев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин, Эльмира Юлдашева, шулай уҡ Артур Иҙелбаев, Ләйсән Мәзитова, Айгөл Үтәгәнова, “Ант” төркөмө, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Илгиз Таһиров, Дания Ғөбәйҙуллина, Ильяс Ҡарабулатов һәм башҡа артистар, ижади коллективтар ҡатнашты. Йөкмәткеле һәм матур кисәне режиссер Зөһрә Бураҡаева ҡуйҙы.
Гимназияның 50 йыллығына арналған байрам сиктәрендә, Фатима Мостафина исемендәге музейҙа мәктәптең тәүге ойоштороусыларына арнап, таҡтаташ ҡуйылды. Шулай уҡ байрамға килгән уның элекке уҡыусылары 20-се гимназияның ассоциацияһын булдырырға тигән тәҡдим индерҙе, һәм ул ыңғай хуплау алды.
Юбилей саралары артта ҡалды. “Ә һин унан ниндәй фәһем алдың?” – тип һорар уҡыусым. Мин һис икеләнеүһеҙ: “Туған телдә белем алыу – бәхет!” – тип яуап бирәм. Һәм үҙ балаларымдың ошо белем усағында уҡыуына ғорурланам. Милләттең үҫеше ошондай белем усаҡтарында башлана.
Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА, 1985 – 1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры:
– 20-се гимназияның юбилейына арналған байрам бик шәп үтте. Шундай матур ойошторолған, бер ниндәй ҙә артыҡ хәрәкәт, һүҙ юҡ. Сара йөкмәткеле булды. Балаларҙың сығышына хайран ҡалып ултырҙым: ул бейейҙәр, ул йырлайҙар! Шул тиклем ҡурайҙа һәйбәт уйнайҙар, хатта араларында ҡыҙҙар ҙа бар. Ғөмүмән, 20-се гимназия ныҡ үҫкән. Саранан ҡәнәғәт ҡайттым.
Рәзилә НАФИҠОВА, ата-әсәләр исеменән:
– Афариндар уҡытыусыларыбыҙ! Юбилей кисәһендә күреп, һоҡланып ҡараным. Шул хәтлем матур, эстәлекле, мәғәнәле, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың йолаларын күрһәткән бейеү ҡуйғандар. Башҡарыусылары башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас һығылмалылығы, мөләйем ҡараштары, хатта саялыҡ бөрккән хәрәкәттәр менән бейеүҙе тулыһынса асып бирҙе. Бына, исмаһам, беҙҙең башҡорт уҡытыусылары!