Белем һәм тәрбиә
24 Апрель 2021, 10:15

Сибайҙар диктантты нисек яҙҙы?

Акцияла ҡатнашҡан 150-нән ашыу кеше араһында иң олоһо биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Йәнтүрин булды.

БДУ-ның Сибай институты башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу буйынса ҡалалағы бер майҙансыҡ булды. Бөгөн унда, студенттарҙан тыш, ҡаланың медицина, педагогика колледжы, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, фольклор коллективтары ағзалары грамоталылығын һынап ҡараны. Сарала 150-нән ашыу кеше ҡатнашты.
"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2021" акцияһына килгәндәрҙе башҡорт моңо менән ҡаршыланылар, артабан улар уҡыу йортоноң «Сармат” халыҡ бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәрен ҡараны. Ҡатнашыусыларҙы Сибай институты директоры Илдар Хәмитов сәләмләне, мәғариф учреждениеһында башҡорт теленән диктанттың 2014 йылдан алып даими уҙғарылыуын әйтте.
Илдар Сәлихйән улы был сараның 2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән халыҡ-ара кимәлдә үтеүен белдерҙе. Хәҙерге заманда белем алыу, эш буйынса аралашыу, башҡа илдәргә сығыу өсөн бер нисә телде өйрәнеүгә шарттар, мөмкинлектәр етерлек. Әммә кеше туған телен белмәй икән, бер телде лә белмәй тип иҫәпләнә. Ни өсөн тигәндә, туған тел - һәр кем өсөн рухи асҡыс, донъяны танып белеү инеше.
Әлеге акция белемде тикшереү, ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү сараһы ғына түгел. Ул тәү сиратта - телгә иғтибар, хөрмәт билдәһе, рухи ҡиммәтебеҙҙе айырыуса йәштәр араһында популярлаштырыу юлы.

Акцияла ҡатнашҡан иң оло кешеләрҙең береһе - биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүрин. Уға 77 йәш. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты шулай уҡ спортсылар ҙа яҙҙы. Улар - Башҡортостан дәүләт аграр университетының физик тәрбиә кафедраһы мөдире, билдәле көрәшсе Руслан Бикембәтов һәм еңел атлетика буйынса алты тапҡыр Рәсәй чемпионы, егерме өс мәртәбә Башҡортостан чемпионы, Сибай институтының спорт клубы етәксеһе Фәнил Әминев.
Башҡортса диктант яҙыу акцияһы халыҡтың кәйефен күтәрҙе, күңелдәргә рух өҫтәне, телебеҙҙең яҡты киләсәгенә ышанысты нығытты.
Фото: Рәүилә Хәсәнова.
Читайте нас