Белем һәм тәрбиә
26 Апрель 2021, 12:45

Яңауыл балаларының ижади уңыштары

Яңауыл лицейында “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылды.

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, Яңауыл лицейында “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылды. Унда уҡыусылар һанлы, тәбиғи-ғилми, техник һәм гуманитар йүнәлештәр буйынса төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын үҙләштерә.
Яңы үҙәктең эшмәкәрлеге белем сифатын яҡшыртыуға, уҡыусыларҙа заманса технологик һәм гуманитар һәләтте үҫтереүгә йүнәлтелә. Тематик түңәрәктәрҙәге ҡыҙыҡлы күнекмәләр балаларҙа тикшеренеү эшмәкәрлеген, инициатива күрһәтеү һәләтен уңышлы үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Технология уҡытыусыһы Айгөл Аҡмалова “Үҫеш нөктәһе”ндәге ижади түңәрәктәр эшенә етәкселек итә.
“Башланғыс класс уҡыусылары ҡул эштәре менән мәшғүл, төрлө материалдарҙан аппликациялар яһай. Урта звенолар күберәк ҡорамалдар менән ҡыҙыҡһына. Әйткәндәй, үҙәктә практик дәрестәр өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Уҡыусылар менән ағастан асҡыс һауыттары, туҡмас таҡтаһы, биҙәү әйберҙәре, шкатулкалар, тағараҡтар эшләйбеҙ. Ҡыҙҙар кәрзин үрә, бик матур топиарийҙар яһай, малайҙарҙан ҡалышмай, лобзик менән дә эшләргә өйрәнде”, – тине Айгөл Ильмер ҡыҙы.
Читайте нас