

1. Белем алыу теле (телдәре). 1) уҡыу-уҡытыу теле – мәктәпкәсә, башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белемде туған телдә алыу, йәғни балалар баҡсаларындағы төркөмдәрҙә, милли мәктәптәрҙә уҡытыуҙы һәм тәрбиә биреүҙе туған телдә ойоштороу; 2) туған тел булараҡ өйрәнелгән тел – Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбенән туған телде, шулай уҡ уҡытыу рус телендә барған балалар баҡсаларындағы төркөмдәрҙә, кластарҙа, мәктәптәрҙә рус телен туған тел, туған (рус булмаған) тел булараҡ өйрәнеү; 3) Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле – уҡытыу рус телендә, туған (рус булмаған) телдә, шулай уҡ уҡыусыларҙың милли составы төрлө булған һәм уҡытыу башҡорт телендә барған кластарҙа, мәктәптәрҙә өйрәнелгән тел.
Белем алыу теле (телдәре) мәғариф ойошмаларының локаль акттары, йәғни ойошманың етәксеһе тарафынан раҫланып, идара итеү советтары менән килешелгән белем биреү теле (телдәре) тураһындағы положениелар менән регламентлана.
2. Белем алыу телен (телдәрен) ирекле һайлау
Бәлиғ булмағандарҙы мәктәпкәсә, башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡырға алғанда уларҙың ата-әсәһе (законлы вәкилдәре) ғариза буйынса белем алыу телен, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбенән өйрәнелә торған туған телде, шулай уҡ туған тел булараҡ рус телен, Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен ирекле һайлай ала.
3. Ғариза ҡасан бирелә?
Белем алыу теле (телдәре) түбәндәге осраҡтарҙа ата-әсә (законлы вәкилдәр) тарафынан ғаризаларҙа күрһәтелә:
1) балалар баҡсаһына ҡабул иткәндә – календарь йыл дауамында буш урындар булған осраҡта;
2) беренсе класҡа алғанда:
беренсе этап – 1 апрелдән 30 июнгә тиклем – мәктәпкә тәү сиратта алынырға тейешле йәки өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булған, шулай уҡ бер тәғәйен биләмәгә беркетелгән балалар өсөн;
икенсе этап – 6 июлдән 5 сентябргә тиклем – тәғәйен биләмәгә беркетелмәгән балалар өсөн;
3) белем алыуҙың киләһе кимәленә күскәндә IV сиректә (апрель – июндә), йәғни уҡыу йылы башынан да һуңға ҡалмайынса (яңы уҡыу йылына уҡыу планы раҫланғанға тиклем) уҙғарылған ата-әсәләр йыйылыштарында;
4) объектив сәбәптәр арҡаһында үрҙә телгә алынған ваҡыт эсендә йә иһә уҡыу йылында бер мәғариф ойошмаһынан икенсеһенә күскәндә.
Практиканан: бер мәғариф ойошмаһынан икенсеһенә күскәндә уҡыусыға ошо яңы ойошмала өйрәнелгән телдәр исемлеге бирелә, элегерәк бер тел дә өйрәнелмәһә, шәхси уҡыу программаһы тәҡдим ителергә тейеш, әммә бындай осраҡтарҙа туған тел сифатында йыш ҡына рус телен һайлайҙар.
4. Ғаризаны нисек бирергә?
1) балалар баҡсаһына ҡабул иткәндә “Балалар баҡсаһына электрон сират” мәғлүмәт сервисы аша, мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһына шәхсән тапшырырға;
2) мәктәпкә алғанда һәм (йәки) икенсе мәктәпкә күскәндә ғаризалар шәхсән тапшырыла; почта аша заказлы хат менән; мәктәптең электрон почтаһына; мәктәптең рәсми сайты аша; дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр сервисы ярҙамында;
3) белем алыуҙың киләһе кимәленә күскәндә ғариза шәхсән, ата-әсәләр йыйылышында тапшырыла.
5. Туған телде өйрәнмәҫкә мөмкинме?
Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбенән туған тел, шулай уҡ рус теле, туған телдә әҙәби уҡыу (туған әҙәбиәт) башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм белем кимәлендә мотлаҡ өйрәнелергә тейешле фәндәрҙе тәшкил итә.
6. Башҡорт теле нисек өйрәнелә?
Мәктәптәр, өлгө булған төп дөйөм белем биреү программаларына һәм федераль дәүләт мәғариф стандарттарына нигеҙләнеп, төп белем биреү программаларын, шул иҫәптән уҡыу пландарын үҙаллы төҙөй. Федераль дәүләт мәғариф стандарттары Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен өйрәнеү мөмкинлеген бирә.
Мәктәп уҡыу планы нигеҙендә өйрәнеү өсөн бер нисә фәнде, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен, этномәҙәни йүнәлештәге фәндәрҙе тәҡдим итергә хоҡуҡлы.
Практиканан: уҡыу йылы дауамында тәғәйен телде өйрәнеүҙән баш тартыу тураһындағы ғаризалар ҡабул ителмәй, сөнки уҡыу планы, белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың (педсоветтың, уҡыусылар советының, ата-әсәләр комитетының) фекерен иҫәпкә алып, уҡыу йылы башланғанға тиклем үк раҫлана, ошо уҡыу планына ярашлы уҡытыусылар тарификацияһы билдәләнә.
Сығанаҡ: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы,
Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.