Белем һәм тәрбиә
30 Апрель 2021, 08:25

Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр...

Быйылғы БДИ-нан нимәләр көтөргә?

Тәбиғәттә бер туҡтауһыҙ алмашынған миҙгелдәр менән бергә тормош мәшәҡәттәре лә үҙгәреп кенә тора. Бына XI класс уҡыусылары ла мөһим мәлгә – Берҙәм дәүләт имтихандарының финиш һыҙығына баҫты. Алда уларҙы тулҡынландырғыс та, яуаплы ла осор көтә. Нимәләр көтөргә быйылғы БДИ кампанияһынан? Ниндәй үҙгәрештәргә иғтибар итергә? Бөгөнгө яҙмабыҙ ошо хаҡта.


Былтырғы һөҙөмтәләр, быйылғы яңылыҡтар


Республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ кәңәшмә ваҡытындағы сығышында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҙған йылда респуб­ликабыҙҙа Берҙәм дәүләт имти­хандарының технологик өҙөклөкһөҙ үтеүен билдәләне. 2019 йыл менән сағыштырғанда, алты фән – рус теле, физика, география, рус әҙә­биәте, инглиз һәм немец телдәре буйынса уртаса балдар юғарыраҡ булған.
Ә инде ил күләмендә алып ҡа­рағанда, һигеҙ фәндән – математика, география, информатика, физика, биология, химия, инглиз һәм немец телдәренән уртаса балл Рәсәй буйынса һөҙөмтәләрҙән яҡ­шыраҡ. 2020 йылда Башҡортос­танда башлыса бөтә фәндәр буйынса тиерлек Берҙәм дәүләт имтиханын 81-ҙән юғарыраҡ балға биреүселәр һаны артҡан, һуңғы ике йылда был күрһәткес буйынса үҫеш 4,07 процент тәшкил иткән. Белеүебеҙсә, былтырғы уҡыу йылында имтиханды 100 балға тапшы­рыусылар ҙа артты – 127 кеше (2019 йылда 111 ине). Шулай уҡ 2020 йылдан БДИ-ла 100 балл йыйыуға өлгәшкән уҡыусыларҙы әҙер­ләгән уҡытыусыларға 50 мең һум аҡсалата премия бирелә башланы, былтыр уны 106 уҡытыусы алды.
Уҙған йылда имтихандарҙа тейешле талаптарҙы боҙоуға бәйле осраҡтар ҙа ярайһы уҡ кәмегән: 2019 йылда 26 булһа, 2020 йылда – 12 осраҡ. Был – БДИ ойош­тороуҙың сифатын һәм ғәҙеллеген дәлилләгән иң мөһим күрһәт­кес­тәрҙең береһе. Йыл һайын Мәға­риф һәм фән өлкәһендә тикшереү буйынса федераль хеҙмәт дәүләт йомғаҡлау аттестацияларын һәм белем биреү сифатын тикшереп, рейтингтарҙы билдәләй. Үрҙә телгә алынған ыңғай миҫалдар респуб­ликабыҙға “һары зонанан” “йәшел” ышаныс биләмәһенә сығырға булышлыҡ иткән.
Ә быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ йәштәрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә? Уларҙың иң мөһимдәренә туҡталып үтәйек.

Быйыл XI класты тамамлаусылар өсөн һынауҙарҙы алдан биреү булмаясаҡ. БДИ-ны юғары уҡыу йортона инергә йыйынған ҡыҙҙар һәм егеттәр генә бирә, имтихандар 31 майҙан 2 июлгә тиклем үтә. Шулай уҡ быйыл математика фәненән база кимәлендәге БДИ үткәрелмәй. Юғары уҡыу йортона инеүҙе план­лаштырмаған уҡыусылар урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн ике фәндән – математиканан һәм рус теленән сығары­лыш имтиханы тапшыра. Был һы­науҙар өсөн күнегеүҙәр һәм мәсьә­ләләр БДИ-ның контроль-үлсәү материалдары (КИМ) нигеҙендә эшләнгән.
Әлеге ун беренселәр иңенә төшкән тағы бер яңылыҡ – йыл һа­йын декабрҙә үткәрелеп килгән йомғаҡлау иншаһы быйыл 15 апрелдә ойошторолдо. Уны уңыш­лы яҙыу дәүләт йомғаҡлау аттес­тацияһына рөхсәт булып хеҙмәт итә.
Быйыл мәктәпте тамамлаусылар информатика буйынса имтиханды тәүгеләрҙән булып компьютер ярҙамында тапшыра. Бығаса һынау эштәре ҡағыҙ бланктарҙа тултырылды. Был – заман талабы, ти белгестәр, сөнки компьютерҙа башҡарылған эштәр йәш кешенең информатика буйынса белемен күпкә анығыраҡ, теүәлерәк сағыл­дырасаҡ. Уҡыусылар һынауҙың яңы алымына әҙер булһын өсөн информатика һәм ИКТ буйынса күнекмә алымындағы БДИ ойошторолдо.
Төбәгебеҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығы республика предмет комиссиялары рәйестәре һәм эксперттары ҡатнашлығында бөтә фәндәрҙән дә БДИ-ға әҙерләү буйынса YouТube каналында тура эфирҙа онлайн-консультациялар уҙғара. Мәҫәлән, былтыр был видеояҙмаларҙы 10 меңдән ашыу, ә онлайн-консультацияларҙы 50 мең самаһы кеше ҡараған. Был эш быйыл да дауам итә.


Кем нисек әҙерләнә?


Әлбиттә, Берҙәм дәүләт имтихандары – уларҙы тапшырған һәр йәш кеше өсөн оло бурыс, мәшә­ҡәтле, яуаплы, көндәлек әҙерлек талап иткән эш. Сығарылыш уҡыусылары ла, атай-әсәйҙәр ҙә был осорҙо тулҡынланып та, бер аҙ хәүефләнеп тә көтөп ала. Бөгөнгө йәштәрҙең күбеһе алдына аныҡ маҡсат ҡуя, шуға ынтыла белә. Был йәһәттән БДИ, һис шикһеҙ, уларға яңы офоҡтар аса, имтихандарҙы уңышлы тапшырған хәлдә бер нисә юғары уҡыу йортона инеп ҡарау, ҙур ҡалаларҙың абруйлы уҡыу йорттарын яулау мөмкинлеген бирә. Бынан 25-30 йыл элек кенә лә Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарына уҡырға инеү күптәребеҙ өсөн бойомға ашмаҫ хыял ғына ине. Ә бөгөн был ҡалаларҙа меңдәрсә милләт­тәшебеҙҙең балалары белем ала. Баш ҡалабыҙ Өфөләге абруйлы уҡыу йорттарының студенттарҙы ҙур конкурстар нигеҙендә ҡабул иткән факультеттарына уҡырға инеү ябай ауыл балалары өсөн дә реаль ысынбарлыҡҡа әйләнде. Бының өсөн бары тик эҙмә-эҙлекле әҙерләнеп, Берҙәм дәүләт имтихандарында яҡшы балдар йыйырға һәм артабан тырышып уҡырға теләк кенә кәрәк.
Әлбиттә, сығарылыш уҡыусы­ларын БДИ-ға әҙерләү йәһәтенән мәктәптәрҙең педагог коллективтары ҙур эш алып бара, фән уҡытыусылары был яуаплы осорға уларҙы ныҡлы әҙерләй. Ошо маҡсатта консультациялар, һынау рәүешендәге имтихандар ойошторола. Әммә бала БДИ-ла юғары балл (мәҫәлән, уртаса алғанда 90 самаһы) йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуя икән, мәктәптәге әҙерлек кенә етмәй. Был осраҡта өйҙә үҙ алдына көндәлек әҙерлек талап ителә. Күптәр репетиторҙарҙың, интернет селтәрендәге онлайн-курстарҙың, марафондарҙың ярҙамына таяна. ­Әлбиттә, уларҙың береһе лә бушлай түгел. Алда торған Берҙәм дәүләт имтихандарына нисек әҙерләнеүҙәрен белешеп, XI класс уҡыусыларының үҙҙәренә мөрә­жәғәт иттек.


САФИЯ, Өфө ҡалаһынан:

– Мин гуманитар йүнәлештәге класты тамамлайым, иҡтисад факультетын һайларға уйлағанға күрә, профилле математиканан, рус теленән һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙән БДИ һайланым. Репетиторҙарға йөрөмәйем, интернет аша онлайн-курстарҙа шөғөлләнәм. Йәмғиәтте өйрәнеүҙе уҡыу йылы башында уҡ башланым, унан математика ҡушылды. Яңыраҡ, март айынан, рус теленән онлайн-курстарға яҙылдым.
Мин һайлаған курстар әллә ни ҡиммәт түгел, әлеге ваҡытта өсәүһенә биш меңдән күберәк аҡса китә. Вебинарҙарҙа ваҡытында ҡатнаша алмаһаң, һуңынан ҡарап, мәсьәләләрҙе эшләргә мөмкин. Был бик уңайлы. БДИ-ға әҙерләнгәндә иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ бүлеү, тип уйлайым. Аҙнаның һәр көнө аныҡ фән, аныҡ эштәр өсөн бүленгән, үҙемә билдәләгән шул графиктан тайпылмаҫҡа, бурыстарҙы мотлаҡ үтәргә тырышам. Әлбиттә, ял тураһында ла онотмайым.
ИЛЬЯС, Белорет ҡалаһы:

– Мин бала саҡтан роботтар менән ҡы­ҙыҡһынам, бер нисә йыл түңәрәккә йөрөнөм. Беҙ унда ысын роботтар эшләй торғайныҡ. Быйыл түңәрәкте ташлап торорға тура килде. Буласаҡ һөнәремде лә ошо йүнәлештә күрәм. Ниндәй ҡаланың вузын һайлармын – әлегә әйтә алмайым. Математика менән рус теленән тыш, физиканан һәм информатиканан БДИ бирәм. Һуңғы ике фәндән репетиторға йөрөйөм.
Былтырҙан алып физиканан өс репетиторҙы алмаштырҙым, февраль айында ғына күңелемә ятҡан, уртаҡ тел таба алған уҡытыусы осраны, шуға күрә буласаҡ ун беренселәргә, әгәр репетитор менән шөғөлләнергә уйлаһағыҙ, был эште иртәрәк башлағыҙ, тип кәңәш иткем килә. Үҙемә “һәр фәндән 80-дән кәм булмаған балл йыйырға” тигән маҡсат ҡуйғанмын. Ошо ниәтемә мотлаҡ өлгәшергә тырышасаҡмын.


БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ


Иң мөһиме – тыныслыҡ һаҡлау


Имтихан тапшырасаҡ ун беренселәргә һәм уларҙың атай-әсәйҙәренә юғары категориялы психолог Ғәлиә СӘЛИХОВАНЫҢ кәңәштәре лә урынлы булыр.


l Йыш ҡына шундай хәл күҙә­телә: һынауҙар мәлендә ата-әсә балаларына ҡарағанда нығыраҡ борсола, көйәләнә. Үҙегеҙҙе ҡул­ға алығыҙ, тынысланығыҙ. Бала­ғыҙ өсөн янаусы, өгөтләүсе ро­ленә инеп китмәгеҙ. Кире­һенсә, уның көсөнә, белеменә ышаныуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
l Бала һеҙҙең уны мәктәп­тәге уңыштары, яҡшы билдәләре өсөн түгел, ә бары тик булғаны өсөн яратыуығыҙҙы белеп үҫһен, кәрәк саҡта ярҙам, кәңәш һо­рарға тартынмаһын. Имтиханын тапшыра алмаған йә иһә насар билдәгә биргән хәлдә лә, уны әрләргә, ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Эйе, был күңелле хәл түгел, әммә тормош дауам итә.
l Уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡан осраҡта балағыҙ менән килеп тыуған хәлде тыныс ҡына ана­лизларға тырышығыҙ, бергәләп артабан нимә эшләргә икәнен уйлағыҙ.
l Балағыҙҙың көн тәртибенә, туҡланыуына нығыраҡ иғтибар бүлегеҙ. Имтихандар тип йоҡо­нан, ялдан баш тартыу – хата. Сәғәттәр буйына туҡтамайынса, урындан тормайынса әҙерләнеү һаулыҡ өҫтәмәй. Уҡыу һәм ял ваҡыттарын сиратлаштырығыҙ.
l Ҡаты сәй, ҡәһүә һымаҡ сти­муляторҙарҙан баш тартырға тәҡ­дим ителә, сөнки был ва­ҡытта нервы системаһы былай ҙа ҡуҙғыған хәлдә, уны тағы ла ярһытып ебәреү бала организмына зыянлы. Тынысландырыусы дарыуҙар менән дә мауыҡмағыҙ.
l Әгәр ҙә үҫмерҙең айырым бүлмәһе булмаһа, ғаиләнең башҡа ағзалары имтиханға әҙерләнеүсегә мөмкин тиклем ҡамасауламаҫҡа тырышһын.
l Балағыҙ белем алған мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар менән бәйләнештә булығыҙ. Башҡа балаларҙың ата-әсәһе менән дә аралашып тороу, кластағы яңылыҡтар хаҡында хәбәрҙар булыу мөһим.
Читайте нас