Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына “Башҡорт теле – башҡорт иле” Йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәп” проектын тормошҡа ашыра. Ул дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә арнала.
Проектҡа ярашлы бындай башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре Силәбе өлкәһенең Магнитогорск, Мейәс ҡалалары, Ҡыҙыл ауылында, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ һәм Орск ҡалаларында, Свердловск өлкәһендә Үрге Пышма ҡалаһы, Пермь крайының Үҙик ауылы, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы һәм Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында асылырға тейеш.
Бөгөнгә ҡарата уларҙың Ырымбур өлкәһендәгенән башҡалары асылып бөттө һәм эшләй башлаған да инде. Ә 27 һәм 28 апрелдә ошондай йәкшәмбе мәктәптәре Сорғот ҡалаһындағы 25-се урта мәктәптә һәм Үрге Пышма ҡалаһында Б. Суворов исемендәге айырым предметтарҙы тәрән өйрәнгән 1-се урта мәктәптә эшләйәсәк.
Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре онлайн тәртиптә асылды. Унда Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу буйынса бүлеге начальнигы Илдус Ҡаһарманов менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов ҡатнашты. Милләттәштәребеҙ өсөн ҡыуаныслы ваҡиғанан Сорғот һәм Үрге Пышма ҡалаларының педагогтары һәм уҡыусылары, урындағы башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре лә ситтә ҡалманы.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты педагогтары башҡорт халыҡ бейеүҙәре, ҡурайҙа уйнау һәм Шәжәрәләр төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.
Башҡортостан Республикаһы мәктәптәргә стендтар, күргәҙмә материалдар һәм башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу өсөн ноутбук бүләк итте.
– Башҡорт теле – башҡорт иле проектына ярашлы йәкшәмбе мәктәбенә ноутбук, кабинет йыһаздары, уҡыу-уҡытыу әсбаптары тапшырҙыҡ.
Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүгә ҙур бер аҙым булыр тип ышанабыҙ. Был сара Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла, – ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов.
Сорғоттар уны бик көтөп алды
Сорғот ҡалаһында асылған йәкшәмбе мәктәбе 25-се мәктәп нигеҙендә эшләйәсәк. Хәҙер бында башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү рәсми рәүештә өҫтәмә белем биреү хеҙмәте статусын алған. Сорғот ҡалаһының башҡорт милли-мәҙәни автономияһы һорауы буйынса бинаны ҡала хакимиәте табып бирә. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үткәреләсәк. Уларға мәктәп һәм мәктәпкә тиклемге йәштәге 25 бала йөрөйәсәк. Уҡыусылар башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм телен өйрәнәсәк. Әйткәндәй, сит өлкәләрҙә йәшәгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған программаны Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты педагогтары төҙөгән.
– Бина бушлай бирелде. Беҙгә йәмәғәтселәр өсөн был бик ҙур ярҙам. Уҡытыусы хеҙмәтен түләү сығымдарының бер өлөшөн үҙебеҙҙең өҫтөбөҙгә алдыҡ, икенсе өлөшөн Халыҡтар дуҫлығы йорто. Хәҙер ҡуртым өсөн, уҡытыусыға хеҙмәт хаҡы өсөн ҡайҙан аҡса табырға тип ҡайғырмайбыҙ. Балаларҙы дөрөҫ уҡытыу өсөн материалдар, әсбаптар эҙләйһе түгел, барыһын да бирҙеләр, өйрәттеләр, – ти Сорғот ҡалаһының башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Зөлфирә Сырлыбаева.
Үрҙә телгә алғанса, Сорғотта әле 25 бала уҡырға теләк белдергән. Тик урындағы педагогтар белдереүенсә, дәрестәр йәкшәмбе мәктәбе форматына һыймай, шуға күрә ағымдарҙы ике төркөмгә – кескәйҙәр һәм өлкәндәргә бүлгәндәр. Бушлай дәрестәр кесаҙна һәм ял көндәре үтә.
Сорғоттар – әүҙем халыҡ, урындағы милли-мәҙәни автономия киләсәктә хатта үҙ мәктәбен асырға ла планлаштыра.
– Башҡорттар үҙенең туған телен Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәгендә лә уҡырға хоҡуҡлы. Шуға күрә мин был проектты тормошҡа ашырған һәр кемгә рәхмәтлемен. Был ваҡиғаға беҙ бик шатбыҙ, артабан да башҡорт класында балалар артһын өсөн эшләйәсәкбеҙ. Киләсәктә Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт телен өйрәнеү буйынса рәсми мәктәп асыу хыялы тормошҡа ашһын ине, – тине бындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов.
Башҡаларҙа эш нисек бара?
Бындай йәкшәмбе мәктәптәре бер нисә төбәктә эшләй башланы тип әйткәйнек инде. Уларҙың бер нисәһе менән һөйләшеп, уҡытыусыларҙың фекерҙәрен белештек.
Зифа Сөләймән ҡыҙы Вафина Мейәс ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Сығышы менән Учалы районының Наурыз ауылынан булған ҡатын был ҡалала 2009 йылдан алып төпләнгән. Ул урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Хәҙер иһә йәкшәмбе мәктәбендә уҡытыусы ла.
– Беҙҙең дәрестәр аҙнаһына бер тапҡыр, шәмбе көндәре икешәр дәрес булып үтә. Тәүгеһендә грамматика, тел нескәлектәрен өйрәнһәк, икенсеһендә мәҙәниәт, тарих менән танышабыҙ, әкиәттәр, халыҡ ижадын өйрәнәбеҙ, йырҙар йырлайбыҙ. Тәүҙә туғыҙ бала йөрөй ине, хәҙер унау булып киттеләр. Башҡа теләгәндәр ҙә бар, уларҙың һаны киләсәктә артыр тип ышанам, – ти ул.
Зифа Сөләймән ҡыҙы быға тиклем дә, ситтә йәшәйем тип тормай, күрше өлкәлә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү һәм таратыу менән әүҙем шөғөлләнгән. Мәҫәлән, ул үҙе эшләгән балалар баҡсаһына башҡорт тирмәһе ҡуйған, унда милли кейем кейгән ҡурсаҡтар, ҡул эштәре һәм башҡалар бар. Шулай уҡ ул урындағы башҡорт берекмәләре эшендә әүҙем ҡатнаша, ағинәйҙәр менән бергә эшләй.
– Йәкшәмбе мәктәбенә йөрөгән балалар араһында өс кеше бөтөнләй рус милләтенән, ҡалғандарҙың ата-әсәһе саҡ ҡына булһа ла башҡортса белә. Бер балам башҡортса һөйләшә, ҡалғандарын өйрәтермен. Нисек кенә булмаһын, ҡыҙыҡһыныу бар. Асылғаны бирле өс дәрес үтте, сирләгәндәрҙән башҡалары ҡалдырмай ихлас киләләр, уҡыйҙар. Иң мөһиме, ата-әсәләр яғынан да ҡатнашыу, ҡыҙыҡһыныу тоябыҙ, был ҡыуандыра. Киләсәктә уларҙың һаны артһын ине, – ти Зифа Вафина.
Ғөмүмән, был проект үҙенең кәрәкле һәм көтөп алынған икәнлеген дәлилләне. Проектты булдырған гимназия уҡытыусылары ла унда ихлас ҡатнаша, урында уҡытыусыларға һәр яҡлап ярҙам итә, даими бәйләнештә торалар.
– Беҙҙең урындағы уҡытыусыларыбыҙ үҙ эштәре өсөн янып йөрөгән ихлас кешеләр. Күптәре сығышы менән Башҡортостандан булып, сит төбәктәргә күсеп киткәндәр. Тик бер минутҡа ла туған телдәрен, мәҙәниәтен, тарихын онотмайҙар. Шундай кадрҙар булыуына ҡыуанабыҙ, уларға мөмкин булғанса ярҙам итәбеҙ, – ти улар.