Йәнһүрәттәр бөгөн тормошобоҙҙа ярайһы әһәмиәтле роль уйнай. Уларҙы ҡарап, бәләкәстәр һөйләшергә, тәртипкә өйрәнә. Балалар ҙа, ололар ҙа яратып ҡараған мультфильмдар ҡайһы саҡта ата-әсәгә ярҙам булып торһа ла, телевизорҙың зыянын да инҡар итеп булмай. Йәнһүрәттәр араһында ла насар ғәҙәттәргә өйрәтеүселәре осрай. Улар, тормошто белмәгән баланың психикаһын боҙоп, донъяға ҡараштарын үҙгәртеүе ихтимал. Мәҫәлән, ғалимдар, йәнһүрәттәрҙең үҙенсәлектәрен өйрәнеп, улар араһынан айырыуса хәүефлеләрен билдәләгән.
“Маша менән айыу” – Рәсәй балаларының яратҡан йәнһүрәте, әммә шуға ҡарамаҫтан ғалимдар уны иң хәүефлеләрҙең береһе тип билдәләй. Быға бер нисә сәбәп бар: йәнһүрәттең төп геройы бер үҙе урман янында йәшәй, ул тәртипһеҙ бала булып үҫә һәм күрше йәшәгән бар йәнлектәрҙе үҙенә буйһондора. Маша артыҡ иркәләүҙән боҙолған ҡыҙыҡай өлгөһө булып тора, ә телевизор ҡараусы кескәйҙәр унан үрнәк ала.
Ысынлап та, был йәнһүрәт балала насар холоҡ-ғәҙәттәр тәрбиәләй, ә сюжеты уның күңеленә файҙаһыҙ йоғонто яһай. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн «Маша менән айыу»ҙың йәш сикләүҙәре юҡ, ә 2019 йылда ҡарауҙар буйынса ул беренсе урынды яулап, Гиннесс рекордтар китабына ингән.
“Том һәм Джерри”ны алайыҡ. Зәңгәр экрандарҙа 80 йылдан ашыу күрһәтелә килгән йәнһүрәт бөгөн дә балалар өсөн иң популярҙарҙың береһе булып ҡала. Уның ябай сюжеты, мәҙәкле ваҡиғалары һәр кешегә рәхәтләнеп күңел асырға, ял итергә ярҙамлаша, ләкин бала өсөн был хәүефһеҙ тойолған йәнһүрәттең икенсе мәғәнәһе лә бар. Геройҙар бер-береһен мыҫҡыллап йәберләй һәм туҡтауһыҙ алыша. Том менән Джерри төрлө юлдар менән еңеү яуларға, маҡсатҡа өлгәшергә ынтыла, ләкин үҙ ҡылыҡтары өсөн яуап бирмәй. Был йәнһүрәтте ҡараған бала бәләкәй сағынан уҡ агрессив булырға һәм яуапһыҙлыҡҡа өйрәнә.
“Барбоскиндар” тип аталған ғаилә тураһында йылы йәнһүрәт балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә ятышлы. Туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, бер-береһенә ярҙам итеүе, ыҙғыштары һәм татыулығы тормошто сағылдыра кеүек. Был геройҙар яҡшылыҡҡа өйрәтеүсе өлгө тиһәк тә, улар балалар өсөн хәүефле йәнһүрәттәр исемлегенә ингән.
Бының төп проблемаһы шунда: балалар күпселек ваҡытын ололарһыҙ үткәрә, улар хәүефһеҙлек техникаһын үтәмәй, өйҙә лә, тышта ла шаярып, һаҡлыҡ тураһында онота. Ғаилә мөнәсәбәттәренә килгәндә, ағай-апайҙар бер-береһен хөрмәт итмәй, талашып йәшәй. Ҡайһы саҡта үҫмер балалар, кескәйҙәр тураһында онотоп, уларҙы ҡарамай. Ғаилә, көндән-көн татыулыҡты юғалтып, мин-минлеккә бирелеп, үҙ-ара ғауға күтәрә.
“Губка Боб – шаҡмаҡ ыштан”. Ғалимдар был йәнһүрәтте иң хәүефлеһе тип билдәләй. Ҡайһы бер психологтар уның персонаждарын ете үлемесле гонаһ менән бәйләй. Мәҫәлән: Мистер Крабс – ҡомһоҙлоҡ, Сквидварт – асыу, Патрик – иренеү һәм башҡалар. Һәр герой психик яҡтан боҙолған кешенең өлгөһө булып тора, улар баланы насар “идеалдарҙа” тәрбиәләп, яңы быуынды деградацияға килтерә.
“Монстрҙар мәктәбе”. Йәнһүрәттең төп сюжеты бер мәктәптә уҡыған монстр персонаждарына бәйле. Улар төрлө холоҡло, ҡиәфәтле булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер-береһенә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Йәнһүрәт, ысын дуҫлыҡ, мөхәббәт мәғәнәләрен аңлатып, балаға тормош тәжрибәһе бирә, ләкин геройҙарҙың мәктәптә уҡыған ваҡытта дәрестәр тураһында һис уйланмауы борсолдора. Сериялар дауамында ҡыҙҙар һәм егеттәр, матурлыҡ донъяһы тураһында ғына һөйләшеп, уҡыу тураһында һүҙ алып бармай. Уны ҡараған балалар ҙа, шулай уҡ «модалы» тенденцияларҙы хуплап, киләсәктә мәктәптең төп принциптарын белмәй үҫә, ти белгестәр.
Исемлектәге йәнһүрәттәр, психологтар уйлауынса, баланың көнкүреш ҡараштарына, уй-фекеренә йоғонто яһап, насар ғәҙәттәр тәрбиәләй. Был мультфильмдарҙы кескәйҙәрҙән хәлдән килгәнсә сикләргә кәрәк. Уларҙың урынына дуҫлыҡҡа һәм яҡшылыҡҡа өйрәтеүсе йәнһүрәттәр күрһәтеү фарыз. Улар араһынан: “Смешариктар”, “Лунтик һәм уның дуҫтары”, “Фиксиктар”, “Малышариктар”, “Дуҫлыҡ – ул мөғжизә”, “Йондоҙло принцесса һәм яман көстәр” иң популярҙары һанала. Шулай уҡ бөгөн совет осоронда төшөрөлгән мультфильмдар һаман да популяр булып ҡала. Улар йәнһүрәттәр араһында иң хәүефһеҙ тип билдәләнә.
Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог:
– Йәнһүрәт – ул балаларға, үҫеп килгән быуынға ҡатмарлы һорауҙарҙы ҡыҙыҡлы формала аңлатыуҙың, тормошта булып торған төрлө хәл-ваҡиғаларҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күрһәтеүҙең иң мауыҡтырғыс, ҡулайлы ысулдарының береһе. Йәнһүрәттәр кескәйҙәрҙе яманды яҡшынан айырырға өйрәтә, тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмаҫҡа, батырлыҡ, уңғанлыҡ, ныҡышмалылыҡ ярҙамында төрлө кәртәләрҙе еңеп сығырға мөмкин икәнлеген күрһәтә.
Яҡшы, сифатлы йәнһүрәттең төп маҡсаты – өйрәтеү һәм тәрбиәләү. Әммә йәнһүрәт баланың йәшенә, уның аҡыл үҫеше кимәленә тура килһә генә, ыңғай һөҙөмтәгә ирешергә була. Шулай уҡ баланың йәнһүрәт ҡарап үткәргән ваҡытын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Оҙон-оҙаҡлап зәңгәр экранға төбәлеп ултырыу кескәйҙәрҙең күреү һәләтенә лә, нервы системаһына ла, дөйөм физик һәм аҡыл үҫешенә лә кире йоғонто яһай.
Шулай уҡ баланың нимә ҡарағанын да иғтибар үҙәгендә тоторға кәрәк: кескәйҙәр өсөн ата-әсәләр йәнһүрәтте үҙҙәре һайлап, ҡуйып бирһәләр ҙә, хәҙерге заман технологияларын өлкәндәрҙән дә яҡшыраҡ белгән ҙурыраҡ балалар йәнһүрәтте үҙҙәренең зауығынан сығып һайлап ала. Был осраҡта инде ата-әсәгә балаһының ниндәй йәнһүрәт ҡарағанын, уның эстәлеген, сифатын контролдә тотоу мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө агрессив алымдарға ҡоролған, геройҙарҙың бер-береһен алдау, ыҙалатыу күренештәре менән тулған йәнһүрәттәр ҙә етерлек.
“Бына ошо йәнһүрәт һәйбәт, әйҙә ошоно ҡара”, – тип әйтеп, балаға йәнһүрәт күрһәтеү генә тәрбиәүи маҡсаттарға өлгәшелде, тип әйтергә нигеҙ була алмай әле. Бала был йәнһүрәтте аңланымы, үҙе өсөн ниндәй һығымта яһаны – йәнһүрәт бөткәс тә, шул турала фекер алышырға була. Тәүге йәнһүрәттәрҙе сабый менән бергә ултырып ҡарап, ул аңлап етмәгән ерҙәрен төшөндөрөп ебәреү ҙә һис ҡамасау итмәйәсәк, ата-әсә менән баланы бәйләп торған хис-тойғоно, изге ептәрҙе тағы ла нығытып ебәрәсәк.