Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаны күптәр белә. Оло йөрәкле һәм тәжрибәле педагог булғаны өсөн. Лиза Ҡыям ҡыҙы дәрес биргән ҡыҙ һәм малайҙар бөгөн ҡайҙа ғына хеҙмәт күрһәтмәй. Уларҙың береһе лә яратҡан уҡытыусыһын онотмай.
Ошо көндәрҙә Лиза Ҡыям ҡыҙы социаль селтәрҙә ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан. "Яратҡан уҡыусыларыңдың килеп хәлеңде белешеүе ҡайһылай шатлыҡлы!" – тип яҙған ул һәм фото ҡуйған.
Ғаиләңдең ҡәҙерендә, туғандарыңдың хөрмәтендә, белем биргән һәм тәрбиәгән уҡыусыларың менән бәйләнеш тотоп ғүмер итеүгә ни етә!
Лиза Ҡыям ҡыҙы 1942 йылда Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған. Ғүмере буйы уҡытыусы һөнәренә тоғро ул. Әғәҙуллиндар ике бала үҫтергән.
Фото: Лиза Әғәҙуллинаның “Бәйләнештә” сәхифәһе.