Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенең 100 йыллығына әҙерлек башланды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, учреждениеның бер быуатлыҡ юбилейына арналған саралар планы раҫланды. Өфө ҡалаһы хакимиәтенә уларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә булышлыҡ күрһәтергә тәҡдим ителде. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына тематик саралар ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Сығымдар бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана.
Саралар планы буйынса үҙәк ветерандары һәм унда тәрбиәләнеп сыҡҡан шәхестәр тураһында мәғлүмәт йыйыу эше ойошторола, фотокүргәҙмә асыла, юбилей альбомы төҙөлә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәрен дәүләт һәм ведомство наградаларына тәҡдим итәсәктәр.
Күптән түгел учреждениеның 100 йыллығы айҡанлы, шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” акциялары нигеҙендә, үҙәк биләмәһендә ағас ултыртылды. Хәҙер бында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге аллея ла бар.
28 майҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үҙәктең 100 йыллығына арналған тантаналы сара була.