Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡан мәлдә, яҙҙың матур бер көнөндә, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында элекке һәм йәш “шоңҡарсылар”, ғәҙәттәгесә, ҡорға йыйылды.
Был юлы көтөп алынған ҡунаҡтар – талантлы һәм матур ғаилә, факультетыбыҙҙың элекке студенты, танылған шағирә, тәржемәсе, журналист, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Тамара Искәндәриә менән башҡорт шағиры, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәтулла Юлдашев булды.
Шиғриәт байрамын башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина асты һәм, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, уларға һүҙ бирҙе. Көслө зат вәкиле, ғаилә башлығы булараҡ, әңгәмәне башлау бурысын Хисмәтулла Юлдашев үҙ өҫтөнә алды. Ул башҡорт әҙәбиәтенә нисек аяҡ баҫыуы, Өфөгә эшкә килеүе, Тамара Юлдашева менән танышыуҙары, Себер тарафтарындағы тормош хаҡында бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләне, үҙенең бер кемгә лә оҡшамаған һәм хатта ирҙәрсә бер ни тиклем ҡырыҫ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Тамара Юлдашева (Искәндәриә) онотолмаҫ студент йылдары, “Шоңҡар” түңәрәгендә нисек шөғөлләнеүҙәре тураһында күңелле һәм һағышлы хәтирәләре менән уртаҡлашты, хис, моң тулы шиғырҙарын уҡыны. Кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы. Факультетыбыҙ студенттары Зөлфиә Салауатова менән республика конкурстары лауреаты, танылған йәш йырсы Гөлйемеш Ҡылысова башҡарыуындағы йырҙар байрамға йәм өҫтәне.
Ижад юлына яңы аяҡ баҫҡан мәлдә шағир иңенә төшкән яуаплылыҡ һәм төрлө ҡыйынлыҡтар алдында баҙап, ҡурҡып ҡалмаҫ өсөн йыш ҡына хуплау, дәртләндереү һүҙҙәрен ишетеү ҙә мөһим. Йәш “шоңҡарсылар” Ғәзим Сәйфуллин, Айгүзәл Муллағолова, Лилиә Солтанова, Айһылыу Дауытовалар тәжрибәле шағирҙарға үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, борсоған һорауҙарын бирҙе. Уларҙы тыңлағандан һуң, Тамара Ишбулды ҡыҙы һәм Хисмәтулла Хәсән улы төплө, матур кәңәштәрен әйтте, изге теләктәр теләне.
– Бындай формаль булмаған әңгәмә форматындағы осрашыуҙар күпкә файҙалыраҡ, минеңсә. Әҙиптәр үҙҙәре тураһында ғына һөйләп ҡалманы, йәш “шоңҡарсыларға” теләктәрен әйтте. Тамара Ишбулды ҡыҙы менән Хисмәт Хәсән улы беҙгә йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәне, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты II курс магистранты Айһылыу Дауытова.
– Был осрашыу фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Уларҙың кәңәштәре минең ижадым өсөн бик файҙалы булыр, тип ышанам. Быға тиклем ошондай ҙур шәхестәр шиғырҙарыма баһа биргәне юҡ ине. Осрашыуҙан бик ҡанатланып, илһамланып ҡайттым, яңынан-яңы шиғырҙар яҙырға теләк уянды, – тип һүҙгә ҡушылды II курс студенты Айгүзәл Муллағолова.
Кисә бик йәнле барҙы. Ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, ҡунаҡтарҙың да, хужаларҙың да таралышҡыһы килмәне. Студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа шағирҙарға һорау артынан һорау яуҙырҙы. Яуаптарҙан берсә йылмайҙылар, берсә уйландылар. Барыһы ла бай йөкмәткеле байрамдан йылы хис-тойғо, яңы тәьҫораттар менән таралышты.