Салауат ҡалаһының Мәғариф идаралығынан белдереүҙәренсә, 25-се башҡорт гимназияһы ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты нигеҙендә ойошторолған “Киләсәккә билет” федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Ул балаларҙың ижади һәләтен асыуға, һөнәри эшмәкәрлек өлкәһен үҙаллы һайлауға йүнәлтелә.
Ике йылда проектта 133 уҡыусы көсөн һынап ҡараны. IX уҡыусылары, электрон платформала теркәлеп, өс тест этабын үтте. “Үҫеш биләмәһе” тип аталған беренсе республика йәштәр форумы 2019 йылдың декабрендә Салауат ҡалаһында үткәйне. Унда 76 уҡыусы ҡатнашты. Сара “Һәр кем еңә ала”, “Лидер траекторияһы”, “Йәшәү стиле булараҡ сәнғәт”, “Дөрөҫ хайп”, “Интеллект ҡеүәте” кеүек биш белем биреү платформаһында ойошторолдо. Уларҙың һәр ҡайһыһында тематик оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм эксперттар менән осрашыуҙар уҙғарылды. Форум “Башҡортостан – үҫеш биләмәһе” платформаһы менән тамамланды.