Белем һәм тәрбиә
12 Май 2021, 16:15

Яҡташыбыҙ Ҡазан университеты ректоры вазифаһын башҡара!

Яҡшы яңылыҡ билдәле булды: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә...

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы Советы ағзаһы, Рәсәй башҡорттарының федераль милли-мәҙәни автономияһы Советы ағзаһы Тимур Әлибаев А.Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университетының ректор вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Тимур Лазо улы Әлибаев 1966 йылдың 12 мартында Учалы районының Өргөн ауылында тыуған. 1990 йылда Ҡазан дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1995 йылдан әлегә тиклем Татарстан Республикаһында дәүләт хеҙмәтендә эшләй. Шунда йәшәгән башҡорттарҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

А.Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университеты – Татарстандағы иң боронғо юғары уҡыу йорттарының береһе. Ул 1932 йылда асылған. 1992 йылға тиклем Ҡазан авиация институты исемен йөрөткән, 2009 йылда Милли тикшеренеү университеты итеп үҙгәртелгән.
Фото: vk.com/kurultaibashkir
Сығанаҡ: vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас