Белем һәм тәрбиә
14 Май 2021, 09:57

Фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр ҙур

Студенттарға фән һәм ғилем менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар – теләк кенә булһын. Йәш ғалимдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, техник яңылыҡтар йүнәлешендә төрлө ҡыҙыҡлы эштәр алып бара.

Студенттарға фән һәм ғилем менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар – теләк кенә булһын. Йәш ғалимдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, техник яңылыҡтар йүнәлешендә төрлө ҡыҙыҡлы эштәр алып бара.


Мәҫәлән, күптән түгел БДУ-ның юғары молекуляр бәйлә­нештәр һәм дөйөм химик технологиялар кафедраһында ғалимдар, полимерҙарҙы өйрә­неп, асыҡ яраларҙы тиҙ бөтәштерә һәм дауалай алған шекәрә (япма) уйлап сығарған һәм уның физик-механик сифаттарын ҡулланырға өйрәнгән.
“Беҙ элек эшмәкәр­ле­гебеҙҙә хитоза ҡуллана инек, хәҙер икенсе полисахаридтар, йәғни пектин, карбоксиметилцеллюлоза менән эш итәбеҙ. Был полимерҙар яранан сыҡ­ҡан экссудатты – шыйыҡсаны үҙенә һура, һеңдерә ала, артабан ул яра өҫтөндә тарҡала һәм уны дауалай”, – тине химия фәндәре докторы, профессор Елена Кулич.
Юғары технологик шекәрә эсендә дарыу препараттары буласаҡ, улар ферментатив гидролиз ваҡытында орга­низмға үтеп инергә һәләтле. Был ысулдың тағы бер яҡшы­лығы бар – ул тарҡалғанда яра өҫтөндә яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килә, шуға күрә кешенең тиреһе лә тиҙ арала яңыра.

Ябай ғына әйткәндә, япма киләсәктә кешеләргә бинт ҡулланмайынса яраларҙы уңалтыу мөмкинлеген бирәсәк. Ғөмүмән, ғалимдар бөгөн тән туҡымаһын тиҙ арала яңыртыу юлдарын эҙләй.
Башҡорт дәүләт универ­ситетының юғары молекуляр бәйләнештәр һәм дөйөм химик технологиялар кафедраһы ғалимдары ике тиҫтәнән ашыу йүнәлештә тикшереүҙәр алып бара. Бында заман талаптарына яуап биргән лабораториялар эшләй, шуға күрә студенттарға үҙҙәрен төрлө яҡлап һынарға мөмкинлектәр бар.
Читайте нас