Белем һәм тәрбиә
14 Май 2021, 15:15

“Оҙон тәнәфес”тә ун меңдән ашыу бала ҡатнашырға теләй

Ғаризаны сараның https://bolshayaperemena.online/?utm_source=region.. сайтында бирергә мөмкин.

“Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы “Мәғариф” милли проектына ярашлы икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Унда V – X класс уҡыусылары, колледж студенттары һәм рус телен өйрәнгән, шулай уҡ Рәсәйҙә белем алырға ниәтләгән сит ил үҫмерҙәре ҡатнаша ала.
“Оҙон тәнәфес”тең маҡсаты – балаларҙың фән, технологиялар, ижад, бизнес, журналистика, ирекмәнлек эшмәкәрлеге, урбанистика, экология өлкәһендәге һәм башҡа йүнәлештәрҙәге һәләтен асыу. Сараны “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының Президент платформаһы ойоштора.
"Проектта ҡатнашҡан һәр бала ғәйәт ҙур күләмле компетенциялар йыйылмаһына эйә була. Уның уҡыуҙа ғына түгел, бөтә тормош юлында файҙаһы тейәсәк", – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыуға ғаризаны сараның https://bolshayaperemena.online/?utm_source=region.. сайтында бирергә мөмкин. Унда Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарынан тиерлек ун мең кеше ҡатнашыу өсөн теркәлгән.
VIII – X класс уҡыусылары һәм колледж студенттары араһындағы еңеүселәргә аҡсалата бүләк тапшырыла. Уны белем алыуға, һәләттәреңде үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкин. Мәҫәлән, Х кластан 300 бала һәм урта махсус уҡыу йорттарынан III курста белем алған 150 кеше – берәр миллион һум, VIII-IX кластарҙан 300 уҡыусы, колледждарҙың беренсе-икенсе курсынан 150 студент 200-әр мең һум аласаҡ. Башҡа илдәрҙән конкурста еңгән 100 кеше Рәсәй юғары уҡыу йорттарында маҡсатҡа ярашлы белем алыу хоҡуғына эйә буласаҡ.
Бынан тыш, иң-иңдәр Мәскәүҙән Владивостокка тиклем сәйәхәт итәсәк, уларға шулай уҡ “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә юллама, университетҡа уҡырға ингәндә өҫтәмә балл биреләсәк.
Конкурстың тәүге этаптары арауыҡта уҙғарыла. Ярымфиналдар бөтә федераль округтарҙа, ә финал иһә ноябрҙә “Артек”та үткәрелә.
Мәғлүм булыуынса, былтыр Башҡортостандан конкурста 13 мең кеше ҡатнашҡан. Финалға сыҡҡан 17 кешенең 13-ө еңеүсе һәм призер булған. Улар биш миллион һумлыҡ грант алған.
Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәрҙә:
Бәйләнештә – https://vk.com/tsur_bashkortostan
Класташтарҙа – https://ok.ru/tsur.bashkortostan
Телеграмда – https://t.me/tsur_bashkortostan
Фото: sosh5kotova.ru
Читайте нас