Был башҡа һыймаҫлыҡ хәл Өфө ҡалаһында була. 36 йәшлек физик культура уҡытыусыһы баш ҡаланың Калинин районында урынлашҡан мәктәптә эшләгән. Уны Рәсәй Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы буйынса ғәйепләйҙәр (бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү бурыстарын теүәл үтәмәү).
Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыусы балаларҙы скакалка менән һуҡҡан. Был хәлдәр 2019 йылдың ноябрендә һәм 2020 йылдың сентябрендә булған. Ул ете 2-се класс уҡыусыһын туҡмаған, һәр балаға бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Был турала ата-әсәләр прокуратураға мөрәжәғәт иткән.
Шуныһы тағы ла ғәжәпләндерә: балалар менән был ҡанһыҙлыҡтарҙы башҡарған уҡытыусы – ҡатын-ҡыҙ... Ул ғәйебен танымаған һәм үҙ теләге буйынса эштән киткән.