Белем һәм тәрбиә
17 Май 2021, 09:30

Яңы лекторий эшләй башланы

18 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә өсөнсө онлайн-лекция була.

Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге нигеҙендә Башҡортостанда өр-яңы “Ғилми-белем биреү үҙәге лекторийы” проекты тормошҡа ашырыла башланы.
– Фән менән шөғөлләнеүҙе университет кафедраларында һәм ғилми ойошмаларҙың лабораторияларында ғына сикләп ҡалдырырға йыйынмайбыҙ. Беҙҙең бурыс – күмәк тамашасыға – студенттарға, уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәһенә уның менән шөғөлләнеү мөмкинлеген киңәйтеү. Әлбиттә, “ҙур фән” менән ҡыҙыҡһынған тикшеренеүселәр хаҡында ла онотмайбыҙ. Беҙҙең лекторий майҙансығында төп университеттарҙың профессорҙары, исемдәре донъяла киң танылған ғалимдар ғилми белеме менән уртаҡлаша. Улар фән, яңы технологиялар һәм инновациялар тураһында һөйләй. Ғилми-белем биреү проекты менән Евразия үҙәгенең YouTube каналында барыһы ла онлайн тәртибендә таныша ала, – тине Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов.
Яҡтылыҡ технологияларына арналған “Утты ҡабыҙығыҙ!” өсөнсө онлайн-лекция 18 майҙа Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә була. Лекцияны Аризона (АҠШ) университетының математика факультеты профессоры, Сколково фән һәм технологиялар институтының Фотоника һәм квант материалдары үҙәге директоры Илдар Ғәбитов уҡый.
Лекцияны тыңлау өсөн https://nocrb.ru/lecture һылтанмаһы буйынса теркәлергә кәрәк.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас