Белем һәм тәрбиә
18 Май 2021, 08:28

Ҡаршылыҡтар юҡ

Ысынлап та, Сибай институтында теләгән һәр кемгә юғары белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә ҡаршылыҡтар юҡ, улар өсөн уңайлы мөхит бар.

Ысынлап та, Сибай институтында теләгән һәр кемгә юғары белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә ҡаршылыҡтар юҡ, улар өсөн уңайлы мөхит бар. Бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек аудитория йыһазландырылған, инвалидтар өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған, шуға күрә бында физик мөмкинлектәре сикләнгән студенттар ҙа белем ала, улай ғына түгел, төрлө кон­курстарҙа ҡатнашып, оло еңеүҙәр яулай.
Шуларҙың береһе – Сулпан Байғалина 2019 йылда Мәскәүҙә II Бөтә Рәсәй студент проекттары конкурсында беренсе урынды яулаған. Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс белем биреү кафедраһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты Лилиә Фәйзуллина етәкселегендә тырыш студент конкурстың икенсе турында “Мин ни өсөн ҡиммәтле һәм файҙалы хеҙмәткәр: 10 аргумент” тигән темаға эссе тәҡдим иткән. Был турға Рәсәйҙең төрлө уҡыу йорттарынан 34 кеше үткән. Былтыр ҙа Сулпан Рәсәйҙең төрлө уҡыу йорттарынан 30 студент ҡатнашҡан олимпиадала беренсе урынды яулай.
Сулпан Байғалина сығышы менән Баймаҡ районының Муллаҡай ауылынан. Тырыш ҡыҙ уҡыу йортоноң бер юлы ике факультетында белем ала, буш ваҡыттарында сит телдәрҙе өйрәнә.
Читайте нас