“Интерфакс” агентлығы “Университеттарҙың милли рейтингы” проектына ярашлы Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында эшҡыуарлыҡ буйынса иң яҡшы белем биреү программалары рейтингы һөҙөмтәләрен тәҡдим итә.
Донъя кимәлендәге Евразия ғилми үҙәгендә ҡатнашҡан Башҡорт дәүләт университеты - был рейтингта Башҡортостандан берҙән-бер уҡыу йорто.
"Уҡыу процесы барышында эшҡыуар талантын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк, – ти БДУ ректоры Николай Морозкин. – Минеңсә, университеттарҙа эшҡыуарлыҡҡа ынтылышты үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә беҙҙең студенттарҙың стартаптар ойоштороу мәсьәләһе бик көнүҙәк. Стартап буласаҡ эшҡыуарҙарҙы тәрбиәләй. Был фән өсөн дә, етештереү өсөн дә мөһим. Бөгөн фәнгә яҡшы проекттар эшләй белгән генә түгел, ә уны ғәмәли йәһәттән тормошҡа ашырыуға тиклем алып барып еткергән кешеләр кәрәк. Был яҡтан ҡараһаң, стартап - эшҡыуарҙар, ғилми хеҙмәткәрҙәр әҙерләү өсөн идель мөмкинлек".
Белем биреү программаларын ошолай итеп тикшереү беренсе тапҡыр үткәрелде. Белгестәр эшҡыуарлыҡ өлкәһендә белем биреү проекттарын тормошҡа ашырған илдең 85 алдынғы юғары уҡыу йортон һайлап алған. Шулай уҡ дүрт төркөм респонденттарҙан һорау алғандар – юғары уҡыу йорттары хакимиәттәре (149 анкета), профессор-уҡытыу составы (476 анкета), юғары уҡыу йортон тамамлағандар (145 анкета) һәм студенттар (1400 анкета).
Был мәғлүмәттәр нигеҙендә программаларҙы баһалау методикаһы булдырылған. Иң яҡшы белем биреү программалары исемлегенә бакалаврҙарҙы әҙерләү буйынса 21 һәм магистарҙарҙы әҙерләү йәһәтенән 16 программа ингән.
Бынан тыш, сығарылыш эштәре стартаптар формаһында үткән программалар ҙа тикшерелгән. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, 70-тән ашыу юғары уҡыу йортонда студенттар дипломын ошолай яҡлаған. БДУ был йәһәттән етенсе урында.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.