Шағирҙың ошо һүҙҙәре менән тулыһынса риза Сибай институты етәкселеге, шуға күрә бында фән менән шөғөлләнеүгә, уны үҫтереүгә бик ҙур етди иғтибар бирелә. Белем усағында 10 фән докторы һәм 46 фән кандидаты эшләй. Йыл һайын бер нисә кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауға өлгәшә, уларҙың күбеһе – ошонда белем алған студенттар.
Уҡыу йортонда даими рәүештә халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендә төрлө ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, курстар, “Асыҡ ишек”тәр көнө, көньяҡ-көнсығыш райондарының белем биреү учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн осрашыуҙар ойошторола. Фәнни эҙләнеүҙәр төрлө йүнәлештә алып барыла, гранттар яулау буйынса маҡсатлы эш башҡарыла.
Үткән йыл ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе 80-дән ашыу ғилми-тикшеренеү эше өсөн төрлө предприятие, шәхси компания, Урал аръяғы район һәм ҡала хакимиәттәре менән эш килешеүҙәре төҙөлгән.
Сибай институты ғалимдары һәм хеҙмәткәрҙәре тарафынан 287 ғилми эш донъя күргән, шул иҫәптән 15-е төрлө илдең фәнни журналдарында баҫылған. Студенттарҙың 204 ғилми эше, төрлө сығанаҡтарҙа донъя күреп, 48 диплом, грамота, премия һәм миҙалдарға лайыҡ булған. Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында был маҡсатта план ҡабул ителгән һәм халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреү планлаштырылған. Фән менән етди шөғөлләнеү маҡсатында уҡыу йортона йылына яҡынса 9 миллион һум аҡса сарыф ителә. Уҡытыусыларға ла, студенттарға ла бары эҙләнергә, табырға һәм яңы уңыштарға өлгәшергә генә ҡала.
“Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетындағы “Юриспруденция” бүлегенең өсөнсө курс төркөмө уҡыу йорто буйынса “Иң яҡшы төркөм” тип танылған. Куратор Ольга Трофимова етәкселегендәге төркөмдә бөтәһе 12 студент белем ала, барыһы ла яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
Иң мөһиме – ҡыҙҙар һәм егеттәр һәр эшкә асыҡ, дәртле, креатив һәм белемле, талантлы һәм һәләтле. Улар уҡыу йортондағы бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ призлы урындар яулай.