Белем һәм тәрбиә
18 Май 2021, 08:26

Иң шәп белем усағы ҡайҙа? Сибайҙа!

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш төбәк йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге, төбәк халҡының ныҡлы таянысы.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш төбәк йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә лә бирелә. Бында бигерәк тә йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын үҫтереүгә иғтибар ҙур. Уларҙы һәр иртән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Рәми Ғарипов, Мөхәмәтша Буранғолов, Сибай Шәйәхмәтов, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың һыны тәбрикләй, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡаларҙың мөһабәт барельефтары ҡаршылай.


Студенттарға белем алыу өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған: улар заман талаптарына ярашлы кабинеттарҙа шөғөлләнә, бар уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәй, төрлө конференцияларҙа, форумдарҙа ҡатнаша, Рәсәй, хатта сит илдәрҙәге ижади бәйгеләрҙә, белемдәрен камиллаштырыу курстарында сығыш яһай, төрлө мәҙәни һәм спорт бәйгеләрендә алдынғы урындар яулай. 30 йыл эшләү дәүерендә меңдәрсә егет һәм ҡыҙға белем өләшкән, уларҙы оло тормошҡа әҙерләгән изге урын да. Уҡыу йорто үҙенең абруйын, фәнни һәм ижади ҡеүәтен йылдар буйы һаҡлап ҡына ҡалмайынса, өҙлөкһөҙ үҫтерә, һәр яҡлап камиллаша, яңынан-яңы үрҙәр яулай. Сибай институты заман талаптарына яуап биргән, заман менән йәнәш атлаған һәм һәр быуын өсөн яҡын уҡыу йорто булып ҡала. Урал аръяғы райондары өсөн милли кадрҙар әҙерләүҙә лә белем усағының роле баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн тап ошо уҡыу йортон тамамлаған 12 мең студент әле төрлө райондарҙа хакимиәт башлығы вазифаһы йөгөн тарта, күптәре прокуратура, суд, полиция органдарында эшләй, бәғзеләре – мәктәп, балалар баҡсаһы, төрлө мәҙәни, мәғариф, сәнәғәт учреждениелары етәкселәре.


Сибай институтының бөгөнгө хәле, киләсәккә пландары, абитуриенттарҙы ҡабул итеүгә бәйле яңылыҡтар менән яҡындан танышыу маҡсатында Сибай институты директоры, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Илдар ХӘМИТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла белем йортоноң тынғыһыҙ ҙа, күңелле лә тормошона “сәйәхәт” ҡылырға саҡырабыҙ.


– Илдар Сәлихйән улы, һеҙҙе ҡасан­дыр ошо институтты тамамлап, ошонда ҡанат нығытҡан, фән тауҙарын яулаған, төрлө вазифалы урындарҙа эшләгән кеше булараҡ яҡшы беләбеҙ, шуға күрә уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге һеҙгә ят түгел, киреһенсә, бик яҡын. Бөгөн Сибай институтының абруйын нисек баһа­лайһығыҙ?

– Ысынлап та, мин Сибай институтында белем алдым, фәнни эш менән шөғөлләндем, тәүге хеҙмәт юлымды башланым. Ҡасандыр ҡаланың бер мәктәбе базаһында башланғыс алған уҡыу йортоноң үҙ йөҙө, үҙ йүнәлештәре бар. Әлбиттә, ҡаҙаныштар, уңыштар бер көн эсендә генә яуланмаған. Әммә шуны әйтергә мөмкин: тәүге көндәрҙән алып бөгөнгө көнгә тиклем Сибай институты республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәген юғары квалификациялы, конкурентлыҡҡа һәләтле белгестәр әҙерләүен дауам итә. Маҡсатыбыҙ – илдең лайыҡлы граждандарын әҙерләү, шәхестәр үҫтереү. Уҡыу йортоноң баһаһын студенттар билдәләй, һәр белем усағының төп хеҙмәт күрһәткесе – сығарылыш студенттарының квалифи­ка­ци­яһына ярашлы эш урыны табыуы. Был яҡтан беҙгә йөҙ ҡыҙартырға тура килмәй, беҙҙә белем алған студенттар тормошта юғалып ҡалмай, һәр ерҙә үҙ урынын таба. Сибай институтын тамам­лаған белгестәргә ихтыяж ҙур: улар Башҡорт­останда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә лә иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф тармаҡтарында, дәүләт органдарында уңышлы хеҙмәт итә.
– Әйҙәгеҙ әле, гәзит уҡыусыларға белем усағы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирәйек.

– Беҙҙең уҡыу йортонда республиканың төрлө райондарынан килгән егет һәм ҡыҙҙар белем ала. Йәштәрҙең күбеһе – көньяҡ-көнсығыш төбәктән. Был аңлашыла, сөнки төбәктә йәшәгән халыҡ өсөн Өфөлә йәки башҡа ҡалала белем алыу мәшәҡәтлерәк. Беренсенән, юл ауыр, йыраҡ. Икенсенән, үҙебеҙҙә бынамын тигән институт була тороп, йәштәр ниңә башҡа уҡыу йортон һайлаһын?! Өсөнсөнән, беҙҙә түләүле нигеҙҙә белем биргән бүлек башҡа уҡыу йорттарына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ.
Әле беҙҙә 2 мең 52 студент иҫәпләнә, уларҙың 16-һы сит ил граждандары, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Тажикстандан килгән ҡыҙ һәм егеттәр.
Сибай институтында белем алыу, фән менән шөғөлләнеү, һәләтеңде бар яҡлап асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Белем биреүҙең һәм махсус белгестәр әҙерләүҙең сифатын яҡшыртыу маҡсатында уҡыу йортонда яңы алымдар һәм заманса технологиялар әүҙем үҙләштерелә. Әле вузда 12 компьютер класы, өс мультимедиа залы һәм мәғлүмәти-технологиялар үҙәге бар, юғары тиҙлекле Интернет киң ҡулланыла. Матди-техник хәлдең тотороҡлолоғо, заманса уҡыу-лаборатория корпустары, көнкүреш шарттары тыуҙырылған дүрт ятаҡ, тренажер залдары, спорт майҙансыҡтары, стадион, ашхана, китапхана, “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы, “Талҡаҫ” күле буйындағы ял базаһы, тоҙ шахтаһы – барыһы ла йәштәргә заманса белем биреүгә, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡуйған талаптарҙы уңышлы һәм теүәл атҡарып сығырға булышлыҡ итә. Ҡыҫҡаһы, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ, йәштәр беҙҙең уҡыу йортонда сифатлы белем, ғәмәли тәжрибә туплаһын, яҡшы тәрбиә алһын, физик һәм рухи яҡтан үҫешһен, сыныҡһын өсөн тырышабыҙ.
Бөтәһе 10 фән докторы, 50-гә яҡын фән кандидаты эшләй.
– Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәт­намә­һендә, алдағы ике йылда илебеҙ вуздарында 45 мең бюджет урыны асы­ласаҡ, тип белдерҙе. Был йәһәттән Сибай институты буласаҡ абитуриент­тарҙы ниндәй яңылыҡтар менән шатландыра ала?

– Ысынлап та, Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен бик ҡыуанып ҡабул иттек. Быйыл илебеҙҙә Фән һәм технологиялар йылы булараҡ та, юғары уҡыу йорттарына ил етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы күренеш. Беҙҙең дә буласаҡ абитуриенттар өсөн ҡыуаныслы яңылығыбыҙ бар: 250 бюджет урынына студенттар ҡабул итәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында уҡыу түләүле, киләсәктә был тәңгәлдә лә эш алып барылыр, бер нисә урын булһа ла бюджет нигеҙендә студенттар белем алырға тейеш, тигән фекерҙәбеҙ.
Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөм­тәләре буйынса, шулай уҡ урында имтихандар биреү юлы менән абитуриенттар ҡабул ителәсәк. Шул уҡ ваҡытта колледжды тамамлаусыларҙы артабан белемдәрен дауам итеү маҡсатында үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ.
– Һуңғы ваҡытта ата-әсәләр, сыға­рылыш класс уҡыусылары араһында ла республиканың ике алдынғы юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү тура­һындағы хәбәр ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Күптәрҙә берләштереү һөҙөмтәһендә Сибай институты ябыла, тигән шик-шөбһә лә барлыҡҡа килде. Ошо хәлгә аныҡлыҡ индерһәгеҙсе?

– Һәр башланғыс ниндәйҙер ышанмау­санлыҡ тойғоһо тыуҙыра, шуға күрә был тәңгәлдә барыһының да борсолоуын аңларға мөмкин. Ҙур караптар ғына ҙур юлдар яра алыуын иҫәпкә алғанда, бындай үҙгәреш күптән кәрәк ине. Был ҡарарҙың төп маҡсаты – республикабыҙҙа Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылған юғары уҡыу йорто булдырыу. Был мәсьәлә буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе оператив кәңәшмә үткәрҙе, миңә лә унда ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә, яңылыҡтан һис тә ҡурҡырға ярамай, киреһенсә, шатланырға ғына кәрәк. Республикала ике ҙур абруйлы юғары уҡыу йорто берләшеп, тағы ла ҡеүәтлерәк вуз барлыҡҡа киләсәк. Беҙҙең уҡыу йортонда белем алыусылар ошо вуздың студенттары була.
Икенсенән, ул беҙгә киң мөмкинлектәр асасаҡ, уҡыу йортонда яңы бүлектәр, бигерәк тә авиация университетының техник йүнәлешле бүлектәрен үҙебеҙҙә асыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Абруйлы, ҡеүәтле, тәжрибәле вуздарҙың берләшеүе сифатлы белем биреүгә ныҡлы этәргес буласаҡ. Йүнәлештәр, профилдәр артасаҡ, белем биреү сифаты яҡшырасаҡ. Шулай уҡ студенттар һанын арттырыу ҙа күҙаллана.
– Сибай институты абитуриенттар ҡабул итергә әҙерме?

– Һәр саҡ әҙербеҙ. Әле ситтән тороп уҡыу бүлегенә документтар ҡабул ителә. Көндөҙгө бүлеккә документтар 20 июндән ҡабул ителә. Һәр кемдең биш уҡыу йортона документтарын тапшырыу мөмкинлеге бар, шуға күрә быйыл ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты һәм урта белем тураһында диплом алған ҡыҙ һәм егеттәрҙе документтарын мотлаҡ Сибай институтына тапшырыуҙарын теләр инем. Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа таныла, тиҙәр, төрлө уҡыу йорттарына документтарын тапшырып та, ахыр сиктә беҙҙең уҡыу йортон һайлаусылар бик күп, шуға күрә хәҙерҙән үк киләсәктә һөнәр һайлау буйынса бар яҡлап етди уйлап, дөрөҫ аҙым яһарға тырышығыҙ. Башҡорт дәүләт универси­тетының Сибай институты һеҙҙе һәр саҡ көтөп ҡала. Ғөмүмән, йәштәр беҙҙең уҡыу йортон һайлаһа, һис тә үкенмәҫ. Килегеҙ, белем алығыҙ һәм үҙегеҙгә оҡшаған һөнәргә эйә булығыҙ!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!



Читайте нас