Белем һәм тәрбиә
18 Май 2021, 08:32

“Уҡыуы ла күңелле, йәшәүе лә!”

Шулай тип йылмайып ҡаршы алды беҙҙе ятаҡта йәшәгән ҡыҙ һәм егеттәр.

Шулай тип йылмайып ҡаршы алды беҙҙе ятаҡта йәшәгән ҡыҙ һәм егеттәр.
Ҡайһы ата-әсә балаһының уңайлы шарттарҙа йәшәүен теләмәһен инде? Шуға күрә лә уҡыу йортон һайлағанда, улар белем биреү сифатына ғына түгел, студенттар йәшәгән ятаҡ торошона ла иғтибар итеүсән. Был йәһәттән Сибай институтын һайлағандарға ҡыуанырға ғына ҡала.
Студенттарҙың үҙидара рәйесе Айнур Маннапов Бүздәк районы егете булып сыҡты. Сибай институтының технология бүлегендә белем ала, уҡыу һәм көнкүреш шарттарынан бик ҡәнәғәт.
– Ятаҡта 320 студент йәшәй, рәйесебеҙ – Диана Ғәйнетдинова. Беҙҙең өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған, бында китапхана, уҡыу, бейеү, телевизор ҡарау бүлмәләре, тренажер залы, фотостудия бар. Шулай уҡ душ, аш бүлмәһе лә заман талаптарына яуап бирә. Юғары тиҙлекле Интернет тоташтырылған, студенттар ике, өс, дүрт урынлыҡ яҡты, йылы бүлмәләрҙә йәшәй, – ти Айнур.
Беҙ барғанда, студент үҙида­раһы сираттағы кәңәшмәгә йыйылғайны, улар республика уҡыу йорттары араһындағы ярышҡа әҙерләнә, иң яҡшы ятаҡ исемен алыу өсөн тырыша.
Ятаҡ буйлап сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп, бер нисә бүлмәгә лә индек, уҡыу бүлмәһендә дәрес әҙерләгән йәштәр менән таныштыҡ.
Дүртенсе курс студенттары Наҙгөл Байтурина менән Гөлиә Йосопова тәүге көндән алып бер бүлмәлә йәшәй. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә – буласаҡ юристар, бында уҡыу еңелдән түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, студент һәр ҡайҙа ла студент булып ҡала. Улар белем алырға ла, студент тормошо менән ҡайнап йәшәргә лә өлгөрә.
Читайте нас