Белем һәм тәрбиә
18 Май 2021, 07:46

Яҙгөлдөң уҡыусылары башҡорт телен ярата!

Уның үҙенә генә хас алымдары, үҙ ҡарашы бар.

Өфө ҡалаһындағы 114-се белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яҙгөл Сирбаеваның һәр дәресен балалар ашҡынып көтөп ала һәм ҙур теләк менән тел нескәлектәрен өйрәнә.


Баймаҡ районының Ярат ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ була. Бәләкәй генә сағынан гел уҡытыусы булып уйнай, күрше-тирәләге балаларға дәрестәр үткәрә, тиҙерәк ҙурайып, ысын мөғәллимә булыу тураһында хыяллана. Хыялы тормошҡа аша тырыш ҡыҙҙың – БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, уҡытыусы булып эш башлауына ла 16 йыл булып киткән.


Яҙгөл Айрат ҡыҙы – һөнәри йәһәттән үҫешеү өҫтөндә маҡсатлы эшләгән уҡытыусы. 2016 йылдан баш ҡаланың Октябрь районының башҡорт теле уҡытыусыларының методик берләшмәһен, шулай уҡ үҙе эшләгән 114-се белем биреү үҙәгенең профсоюз ойошмаһын уңышлы етәкләй. Былтыр башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү буйынса конкурста еңеү яулаған. Уның уҡыусылары олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, һәр ваҡыт алдынғы урындар яулай.


Шулай ҙа Яҙгөл Сирбаеваның иң ҙур уңышы, фиҙакәр хеҙмәтенең асыҡ күрһәткесе – ул уҡытҡан кластарҙа балаларҙың күпселек өлөшөнөң башҡорт телен туған тел булараҡ һайлауылыр. Мәҫәлән, I кластан алып уның ҡул аҫтында тел нескәлектәрен өйрәнгән бөгөнгө III класс уҡыусыларының 30-ының 16-һы башҡорт телен туған тел булараҡ уҡый. Ә бит ошо балалар араһында рус һәм башҡа милләтлеләр ҙә, туған телен насарыраҡ кимәлдә белгән башҡорт балалары ла бихисап.
Яҙгөл Айрат ҡыҙының тел өйрәтеү йәһәтенән үҙенә генә хас алымдары, был мәсьәләгә үҙ ҡарашы бар.


– Дәрестәремдә бер бала ла күңелһеҙләнеп ултырмай, һәр уҡыусым ҙур теләк менән ҡатнаша. Мин күберәк диалог ҡороуға, аралашыуға иғтибар бүләм. Һөҙөмтәлә бер-ике йыл эсендә башҡорт телен бөтөнләй белмәгән балалар ҙа һорауҙарға яуап бирә, үҙен уратып алған донъя, көндәлек күренештәр тураһында әңгәмә ҡора башлай. Дәрестәрҙә йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә, уйындар ҙа уйнайбыҙ. Өйгә эштәрҙе лә уҡыусыларҙың телде ниндәй кимәлдә белеүенә ҡарап бирәм. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары ла был мөмкинлекте ҡулланыуға юл асты. Мәҫәлән, башҡорт телендә шартлатып һөйләгән балаларға – ҡатмарлыраҡ, яңы өйрәнә башлағандарға еңел генә күнегеүҙәрҙе эшләп килергә ҡушам, – ти уҡытыусы.
Яҙгөл Айрат ҡыҙы, баланы ауыр өйгә эштәр менән “күмергә” ярамай, был уның да, уға нисек ярҙам итергә белмәгән ата-әсәнең дә тел өйрәнеү теләген һүндерә, хатта кире ҡараш тыуҙырыуы ихтимал, тигән фекерҙә. “Башҡорт телен дәүләт йәки туған тел булараҡ өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу зарур. Бала телде теләк менән өйрәнергә тейеш. Шул саҡта был мәсьәләлә лә бер ниндәй ҙә проблема булмаясаҡ”, – тигән ҡарашта мөғәллимә.
Ғөмүмән, 114-се белем биреү үҙәгендә был йәһәттән эштәр бик яҡшы ойошторолған. Мәктәп етәкселеге башҡорт теле һәм башланғыс класс уҡытыусылары араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыуға өлгәшкән. Балаларын I класҡа алып килгән ата-әсәләргә башҡорт теле дәрестәренең нисек үтеүен, тел өйрәнеүҙең өҫтөнлөктәрен яҡшылап аңлаталар. Хәйер, балаһының һәр дәрестән ниндәйҙер яңылыҡ белеп ҡайтыуын, белем даирәһен арттырыуын күргән ата-әсәләр үҙҙәре лә бик ыңғай ҡарашта. Шуға күрә, үрҙә әйткәнебеҙсә, был мәктәптә хатта рус һәм башҡа милләт вәкилдәре лә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән кластарҙы һайлап ғариза яҙа һәм балаһының яңы тел өйрәнеүен хуплай ғына.

Читайте нас