Белем һәм тәрбиә
19 Май 2021, 14:30

Балаларҙы йөҙөргә өйрәтәбеҙ

Өфөлә өр-яңы ике бассейн асыуҙары ихтимал. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы генераль директоры әйтеүенсә...

Өфөлә өр-яңы ике бассейн асыуҙары ихтимал. Кисә Башҡортостан Үҫеш корпорацияһында ошо башланғыс буйынса фекер алыштылар.
Шәхси эшҡыуар баш ҡалалағы 4-се һәм 5-се балалар поликлиникалары ҡарамағындағы ябылған бассейндар нигеҙендә йөҙөү менән шөғөлләнеү өсөн яңы залдарҙы йыһазландырырға тәҡдим итте. Уларға ҡаланың төньяғында йәшәгәндәр йөрөйәсәк тип күҙаллана. Программа шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ла иҫәпләнә.
Ай һайын спорт объектында йөҙөү буйынса 250 күнекмә үткәреү планлаштырыла. Эшҡыуар шулай уҡ яңы асылған бассейндарҙа ете эш урыны булдырырға ниәтләй. Проектты ул дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында тормошҡа ашырырға әҙер.
"Проект ҡыҙыҡ һәм ҡалаға бик кәрәк. Өфө власы ла уның менән ҡыҙыҡһыныр тип уйлайым. Мэрия башлығы Сергей Греков киләһе “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең береһендә был башланғысты ҡарарға вәғәҙә итте. Беҙҙең яҡтан иһә проектҡа менеджер беркетелгән. Ул башланғыстың тормошҡа ашырылыуын көйләйәсәк", – тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү темаһын күтәргәйне. “2024 йылға беҙ 25 метрлыҡ 16 бассейн төҙөргә тейешбеҙ, бөтә район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа балаларыбыҙҙы йөҙөргә өйрәтәбеҙ”, – тигәйне ул.
Бөгөн Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы 60-тан ашыу эшҡыуарға ярҙам күрһәтә. Инвестиция күләме 45 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51551
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас