Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға арналған брифинг үтте. БЮТ һәм Башҡортостан Республикаһының Идара үҙәге тура эфирҙа ойошторған сарала лагерҙарға юлламалар хаҡын ҡайтарыу, балалар туристик кэшбегының шарттары, ял сменаларын ойоштороу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Балаларының йәйге ялын лагерҙарҙа, шифаханаларҙа ойошторорға теләгән ата-әсәләр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә алды.
Тура эфирҙы Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы, төп спикер сифатында мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова сығыш яһаны. Шулай уҡ тура бәйләнештәге һөйләшеүҙә "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин, төрлө ведомстволар белгестәре, лагерь начальниктары, мәктәп директорҙары ҡатнашты.
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҡағылышлы һорауҙар бихисап булды, белгестәр уларҙың һәр береһенә аныҡ, ентекле яуап бирергә тырышты.
Белеүебеҙсә, былтыр коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле йәйге ял лагерҙары эшләмәне. Быйыл республика етәкселеге был мәсьәләне, санитар-эпидемиологик торошто һәр йәһәттән ентекле баһалағас, уларҙың эшмәкәрлеген башларға рөхсәт бирҙе, һәм 1 июндән беҙҙә йәйге һауыҡтырыу кампанияһы старт ала. Шул көндән балалар өсөн мәктәптәрҙәге көндөҙгө ял үҙәктәре үҙ ишеген асасаҡ.
Инесса Косолапова әйтеүенсә, Башҡортостанда йәйге миҙгелдә 320 мең баланы ял һәм һауыҡтырыу саралары менән тәьмин итергә иҫәп тоталар. Әлеге ваҡытта беҙҙә 107 ҡала яны лагеры иҫәпләнеп, бөгөнгө көнгә шуларҙың 48-е реестрға балаларҙы ҡабул итергә әҙер булараҡ индерелгән. Был күрһәткес артасаҡ әле, сөнки күпселек лагерҙарҙа әҙерлек эштәре дауам итә.
Брифинг барышында белгестәргә балаға путевка юллау, медицина белешмәһе әҙерләү, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, туҡланыуҙы, ялды ойоштороу һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Мәҫәлән, улыңды йәки ҡыҙыңды берәй ял лагерына ебәрергә теләгегеҙ бар икән, иң тәүҙә мәктәптәге класс етәксеһенә йәки һәр район-ҡаланың мәғариф бүлегендә эшләгән координаторҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Медицина белешмәһе участка педиатры тарафынан бирелә, ул тулыһынса бушлай.
Балалар ялын ойоштороуға ҡағылышлы күпселек һорауҙарға яуапты Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында булдырылған махсус яҙмала, ял һәм һауыҡтырыу буйынса ГИС-система аша табырға мөмкин.
Тура бәйләнештә ил Президенты Владимир Путин тарафынан йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнеп, балалар лагерҙарына юлламаның 50 процентын кире ҡайтарыуға бәйле булдырылған федераль программаға ла ярайһы ентекле аңлатма бирелде. Туристик кешбэк программаһы ошо көндәрҙә, яҡынса 20 майҙан һуң, эшләп китәсәк. Уның ярҙамында мирпутешествий.рф сайты аша һатып алынған юлламаларҙың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин.