Белем һәм тәрбиә
19 Май 2021, 14:15

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге 128 миллион һумлыҡ грант алды

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Бөгөн Ғилми-белем биреү үҙәктәре советы ултырышында Өфөләге донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге 2021 йылға 128 миллион һум күләмендә грант алды. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, республика ун комплекслы технологик проектҡа нигеҙләнгән дүрт йүнәлеште һайланы. Мәҫәлән, “Алдынғы етештереү технологиялары һәм инжиниринг” йүнәлеше буйынса Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Үҙәк авиация моторҙары эшләү институты командаһы юғары әйләнешле электр генераторын сығарҙы. Ул оса торған Як-40ЛЛ лабораторияһына ҡуйылды. “2020 йылдың 1 декабрендә ПД-14 двигателе ҡуйылған МС-21 авиалайнерының беренсе осошо булды. Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары ПД-14 проектына тос өлөш индерҙе: титан алюминидынан инновациялы көрәксәләр, монотәгәрмәстәр етештереү технологияһын ғәмәлгә индерҙе”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Был йүнәлеш буйынса йәнә бер проект – газ турбиналы двигатель нигеҙендә газ һурҙырыу агрегаты. Уны “Газпром” файҙаланасаҡ. “ОДК-УМПО” инженерҙарының, республика ғалимдарының тырышлығы менән авиацияла ҡулланылған “хәрби” двигателдәр тыныс тормошта яңы мөмкинлектәргә эйә була. Ике тәжрибә өлгөһөн етештереү 2022 йылда тамамлана, 2023 йылда уларҙы сәнәғәттә файҙаланыу һәм ведомство-ара һынауҙар башлана.
“Биомедицина һәм генетика” йүнәлеше буйынса һөт биҙендәге яман шеш төрҙәре менән ассоциацияланған 32 яңы локус, 192 ген идентификацияланған. Был сирҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлап, уны дауалау мөмкинлеген арттыра. Эш Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Германиялағы, Канадалағы, Израилдәге, Бөйөк Британиялағы, Япониялағы партнерҙары менән берлектә башҡарылды. Быйыл Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә онкогеномика лабораторияһын асыуҙы планлаштырабыҙ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республикалағы Гемодиализ үҙәктәрендә донъяла тиңе булмаған интеллектуаль система ғәмәлгә индерелгән. Ул диализ һәм дарыу терапияһын аныҡ билдәләргә ярҙам итә. 2024 йылға Башҡортостан ошо һанлы ҡарарҙы башҡа ауырыуҙар өлкәһендә лә файҙаланырға ниәтләй.
“Ғилми-белем биреү ландшафтына үҙгәрештәр индермәй тороп, йылдам технологик үҫешкә өлгәшеү мөмкин түгел. Әле беҙ өс ҙур кластер төҙөйбөҙ. Ул – Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендәге “ҙур классик университет”, нефть техник һәм аграр университеттар нигеҙендә “политехнологик университет”, шулай уҡ Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының һәм “Аллоплант” федераль үҙәге ресурстарын туплап, медицина университеты нигеҙендә офтальмология кластеры. Университеттар бындай үҙгәрештәрҙе хуплай. Командабыҙ күтәренке рухта, өлгәшелгәндәр менән сикләнмәйенсә, артабан да алға барабыҙ!” – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141855.html
Сығанаҡ: bashinform.ru
Читайте нас