Белем һәм тәрбиә
21 Май 2021, 07:01

“Һау бул, мәктәп!”

Мәғариф учреждениеларында “Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары уҙа.

Иртәгә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә IX һәм XI класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Башҡортостанда, Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 42243 бала – IX класты һәм 18651-е XI класты тамамлай.


Мәктәпте тамамлаған балалар киләсәккә яҡты хыялдар ҡора, маҡсаттар ҡуя. Ошо хаҡта уларҙың фекер­ҙәре менән таныштыҡ. Фатима Мостафина исемен­дәге 20-се Өфө ҡала гим­назияһының XI “В” класы уҡыусыһы Иҙел Хөснуллин бәләкәй саҡтан спорт менән шөғөлләнә, киләсәктә хәрби йүнәлештәге һөнәр һайларға хыяллана.
– Бер яҡтан, имтихан­дар­ҙы уңышлы биреп, һай­лаған уҡыу йортона инеп, киләсәктә һәйбәт кеше булып ҡалыу хыялы ҡанат­ландырһа, икенсе яҡтан, яратҡан гимназия менән хушлашыуы ауыр, сөнки бала сағыбыҙ ҙа үтә. Гимназия ла, уҡытыусылар ҙа оҡшай, класыбыҙ татыу, шуға ла уларҙан айырылыуы ҡыйын буласаҡ, – ти Иҙел.
Иҙелдең класташы Фи­рүзә Яҡшығолова гимназияны тик “бишле” билдә­ләренә тамамлай.

– Әлбиттә, мәктәп менән хушлашыуы ҡыйын, ләкин алда яңы тормош көтә. Гим­назиябыҙҙы яратабыҙ, шуға теләп уҡырға йөрөнөк. Уҡы­тыусыларға рәхмәт әйтә­беҙ. Алда көткән Берҙәм дәүләт имтиханына тыныс ҡарайым. Әҙерләнһәң, уны уңышлы тапшырырға була. Мине киләсәктә иҡтисад өлкәһе ҡыҙыҡһындыра, – тип белдерҙе ҡыҙ.
Инсаф Әһлиуллин иһә Өфө ҡалаһының 21-се лицейын тамамлай. Ул да 11 йыл уҡыған белем усағы менән айырылыуҙы тул­ҡын­ланып көтә.

– Тәүге уҡытыусым Ирина Геннадьевна Федо­ро­ваға һәм класс етәксем Наталия Юрьевна Алябинаға рәхмәт. Берҙәм дәүләт имтиханы алдынан бер аҙ тулҡынланыу бар, әммә беҙ унан ҡурҡмайбыҙ, – тип ныҡлы ышаныс менән әйт­те Инсаф.
Әйткәндәй, ул да килә­сәктә иҡтисад йүнәлешендә уҡыуын дауам итергә йыйына.
Дөйөм алғанда, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә теләгән уҡыусылар ғына тапшыра. Республикала бөтәһе 17690 кеше һынау тоторға теләк белдергән, уларҙың 16149-ы мәктәпте быйыл тамамлай. Имтихандар 31 майҙан 2 июлгә тиклем дауам итәсәк. Рус теле, профилле мате­ма­тика һәм йәмғиәтте өйрә­неү фәндә­рен һайлағандар күп.
Барлыҡ уҡыусыларға ла имтихандарын уңышлы тап­шырып, яҡты хыялдарын тормошҡа ашырыу­ҙарын теләйбеҙ!

Читайте нас