Быйыл 26 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының күҙәтеү советы ултырышында Максим Древаль Советтар Союзы осоронда булған белем биреүҙең үҙенсәлекле тәжрибә һәм йолаларына таянып, заманса һәм технологик белем биреү платформаһын булдырыу идеяһын тәҡдим иткәйне. Бындай эшмәкәрлек миҫалы булып “Белем” йәмғиәте килтерелде.
Дәүләт башлығы был идеяны хупланы һәм 21 апрелдә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында, “Белем” йәмғиәтен заманса һанлы платформала яңыртырға кәрәк, тине. Билдәле булыуынса, был ойошма 2016 йылдан ғәмәлдә, коммерцияға ҡарамаған ойошманың төп эшмәкәрлеге ағартыу эшенә ҡайтып ҡала.
Һәм бына яңырған йәмғиәт әүҙем эшмәкәрлек башланы. Ошо көндәрҙә “Яңы Белем” онлайн-марафоны үтә. Ойоштороусылар белдереүенсә, уның тәүге көнөндә, кисә, трансляцияны биш миллиондан ашыу кеше ҡараған. Асылыу көнөндә унда ҡатнашыусылар алдында Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, дәүләт башлығы ярҙамсыһы Андрей Фурсенко, Дәүләт Думаһының вице-спикеры Петр Толстой, алып барыусылар Владимир Соловьев менән Владимир Познер, “Курчатов институты” ғилми үҙәге президенты Михаил Ковальчук, “Яндекс”тың стратегик маркетинг буйынса директоры Андрей Себрант, кинорежиссер һәм продюсер Тимур Бекмамбетов, блогер Илья Варламов, дизайнер Артемий Лебедев сығыш яһаны.
Өс көнлөк марафон туғыҙ ҡалала - Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Сочи, Владивосток, Новосибирск, Калининградта үтә. Өфө лә трансляция ҡарауға ҡушылды. “Облака” заман сәнғәте үҙәгендә баш ҡала эксперттары йыйылды һәм икенсе көн йомғаҡтарын яһаны. Бөгөнгө һөйләшеү фейк-яңылыҡтарға ҡағылды. Унда Рәсәй Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков, Америка миллиардеры, SpaceX һәм Tesla компаниялары башлығы Илон Маск һәм башҡа билдәле спикерҙар ҡатнашты. Ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙән һуң фекер алышыуҙар булды.