Яңауыл ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан лицей беҙҙе шау-гөр килгән балалар тауышы менән ҡаршыланы. Ул – ҡалалағы иң ҙур мәғариф усағы, бында бөгөн ике сменала 1322 уҡыусы уҡый. Уларға 95 педагог белем һәм тәрбиә бирә. Лицейҙың Эткенә ауылындағы филиалы ла уңышлы эшләп килә. Йыл һайын бында йөҙҙәрсә ҡыҙ һәм малай уҡырға килеп, “лицейсы” исемен алып, фән үрҙәренә табан юл яра. Быйыл беренсе класҡа биш класс тупларға иҫәп тоталар.
Бөгөн республиканың һәр ҡала һәм районында белем усаҡтары заман менән бергә атларға, йәш быуынға төплө белем биреү эшен яңы технологияларға, фән ҡаҙаныштарына таянып алып барырға ынтыла. Бының өсөн ил һәм республика күләмендә бихисап мөмкинлектәр булдырылған, төрлө программалар, проекттар уңышлы эшләп килә, мәғариф учреждениелары конкурстарҙа ҡатнашып, гранттар яулай.
– Был йәһәттән беҙҙең лицей ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Былтырғы уҡыу йылында, “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектына ярашлы, Рәсәй Мәғариф министрлығының 2,7 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булдыҡ. Был аҡса мәктәптәр базаһында математика һәм информатика фәндәре буйынса өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороу өсөн бүленә. Әлеге ваҡытта лицейыбыҙҙа ошо нигеҙҙә махсус үҙәк булдырылып, төрлө йәштәге балалар уҡыуҙан тыш һанлы технологиялар буйынса белемен камиллаштыра. Гранттың бер өлөшө компьютерҙар, интерактив ҡорамалдар алыуға йүнәлтелде, шулай уҡ һанлы уҡытыу-методик тупланмалары эшләү, стажировкалар үтеү, педагогтарҙың квалификацияһын камиллаштырыу ҙа ҡаралған. Былтырғы уҡыу йылында асылған “Үҫеш үҙәге” лә балаларға робот техникаһы, 3D моделләү буйынса һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген бирҙе, – тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы лицей директоры Алмаз Миңләхмәт улы Ғәлиев.
Лицейҙың өлкән класс уҡыусылары техник һәм химия-биология йүнәлешендә белем ала. Быйыл XI класты 51 ҡыҙ һәм егет тамамларға йыйына. Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына инеү күрһәткесе уртаса алғанда 85–90 процент тәшкил итә. Йәштәрҙең яҡынса 70 проценты республиканың белем биреү йорттарын һайлай. Шулай уҡ Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларына уҡырға юлланыусылар ҙа бар.
Мәктәп етәкселеге уҡыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыу, әүҙем тормошҡа ылыҡтырыу йәһәтенән дә маҡсатлы эшләй. “Башҡортостан мәктәптәренә – спорт көрәше” конкурсында еңеү яулап, спорт залы өсөн 1,2 миллион һумлыҡ ҡорамал алыуға өлгәшкәндәр. “Хәҙер беҙҙә IX класҡа тиклемге һәр уҡыусы спорт көрәше менән шөғөлләнә, аҙнаһына бер тапҡыр физкультура дәресе тап ошо шөғөлгә арнала”, – ти лицейҙың физкультура уҡытыусылары. Әйткәндәй, лицейҙа эшләп килгән секциялар, түңәрәктәрҙең күбеһе бушлай.
Балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү ҙә яҡшы ойошторолған. Меңдән ашыу уҡыусы өсөн мәктәп туҡланыуын ойоштороу ни тиклем ҡатмарлы булмаһын, был мәсьәләне яйға һалыуға өлгәшкәндәр. Лицейҙың интернат бинаһы ла бар, унда бөгөн 70-ләп бала йәшәй. Уларҙың да туҡланыуын, сәләмәтлеген күҙәтеү аҫтында тотоу – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.
Маҡсатыбыҙ “Башҡортостан” гәзите өсөн мәҡәлә әҙерләү булғанға күрә, әлбиттә, башҡорт телен уҡытыу эшенең нисек ҡуйылыуы менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. “Беҙҙең лицей уҡыусылары башҡорт телен 100 процент кимәлдә өйрәнә!” – тип ғорур яуапланы директор. Ысынлап та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты яҡшы йыһазландырылған, тел нескәлектәренә өйрәткән биш уҡытыусы өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Мәктәп етәкселеге “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында еңеү яулап, республика кимәлендәге бәйгелә лайыҡлы сығыш яһаған Ирина Малик ҡыҙы Сафинаның эшмәкәрлеген маҡтап телгә алды. Лицей уҡыусылары башҡорт теле буйынса конкурстарҙа, олимпиадаларҙа даими ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.
Һәр белем усағының маҡсаты – белемле, һау-сәләмәт, тәрбиәле, лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләү. Яңауыл лицейы ла ошо ябай, әммә мөҡәддәс бурыстарға ынтылып йәшәй һәм эшләй.