Бөгөн республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә "Һуңғы ҡыңғырау" байрамдары үтә. Баймаҡ районының Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары үҙҙәренең берҙәм, татыу һәм белемгә ынтылыуҙары менән айырылып тора.
Уларҙың һәр береһе ете йондоҙ кеүек үҙҙәренсә балҡый. Мәҫәлән, Вилдан Ҡотоев маһир йырсылар тоҡомонан. Ағалары Марсель, Нух, Фәрүәз кеүек йырларға ярата. Киләсәктә сәнғәт юлынан китергә теләй. Гөлзәминә Мәхмүтова үҙен табип итеп күрһә, Тайфур Азаматов компьютерҙа төрлө программалар төҙөргә ярата. Спортсы, бигерәк тә өҫтәл теннисын үҙ иткән Ислам Моталлапов, ниндәй генә һөнәр һайлауына ҡарамаҫтан, спорт уның өсөн һәр саҡ беренсе урында торасаҡ, ти. Дилбәр Ғәйетбаеваның оҫта бейегәненә һоҡланмаған кеше юҡ. Нәркәс Һунарғолова менән Гөлиә Хәлиуллина ҡайҙа уҡырға барыуҙарын әлегә сер итеп һаҡлаһа ла, ниндәй һөнәр һайлаясаҡтарын күптән уйлап бөткәндер.
Уҡыусыларҙың класс етәксеһе Вәлиә Ғүмәрова ла ҡыҙ һәм егеттәргә аҡ юл теләй һәм ҡошсоҡтарының Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙҙәре һайлаған һөнәргә эйә булып, илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың лайыҡлы алмашсылары булып үҫеүҙәренә ҙур ышаныс белдерә.