Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы уҙа. Быйылғы уҡыу йылында республика буйынса 42243 бала - IX класты, 18651 кеше XI класты тамамлай.
Бөгөн иртәндән Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала гимназияһында ла сағыу тантана уҙҙы. Хәүефһеҙлек шарттарын күҙәтеп, сараны һәр класс өсөн айырым уҙғарырға ҡарар иткәндәр.
Тантана бик сағыу һәм үҙенсәлекле үтте. Ул ата-әсәләргә лә бик оҡшаны. Уҡыусылар матур йыр-бейеүҙәр әҙерләгән. Сараға йәм биреп, Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин йыр башҡарҙы.
Гимназия директоры Зөлфиә Ғәлимйәнова белдереүенсә, балалар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт алған. Етәксе уҡыусыларға һынауҙарҙы уңышлы тапшырыуҙарын, хыялдарының бойомға ашыуын теләне. Быйыл гимназияла IX класты - 74, ә XI класты 45 уҡыусы тамамлай.
Беҙ ҙә барлыҡ уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайбыҙ! Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!