Белем һәм тәрбиә
23 Май 2021, 09:30

"Яңы белем" марафоны киң танылыу яулай

Ул өс көндә 20 миллиондан ашыу тауыш йыйған.

Мәскәү ҡалаһында старт алған"Яңы белем" марафонын өс тәүлек эсендә 20 миллиондан ашыу кеше ҡарап өлгөргән. Был хаҡта Рәсәй Президенты Хөкүмәтенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко белдергән.
- Беҙ өс көндә 5 миллион тауыш йыйһаҡ тигән маҡсат ҡуйғайныҡ, сөнки етди сығыштар өсөн был бик күп, - тине ул журналистар менән осрашыуында. - Хөкүмәт марафоны хәҙер йыл һайын үтәсәк. Йылына бер тапҡыр.
"Яңы белем" марафоны үткән кесаҙна көнө Мәскәүҙә башланды, шул уҡ ваҡытта ул Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Владивосток, Калининград, Новосибирск ҡалаларында бара. Форум үҙ сиктәрендә белем, тарих, мәҙәниәт, спорт, фән, технология һәм башҡа темаларҙы үҙ эсенә ала. Марафонда 150 спикер сығыш яһай, шул иҫәптән Американың иң бай миллиардеры ла.
Фото:lenta.ru
Читайте нас