Белем һәм тәрбиә
24 Май 2021, 04:00

Премия Вилнурға тапшырылған

Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов исемендәге премия быйыл 17-се тапҡыр тапшырылды.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов үҙенең тыуған ауылы - Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбендә үҙ премияһын булдырған.

Быйыл яҙыусы исемендәге премия 17-се тапҡыр тапшырылған. Уға Һабыр мәктәбе уҡыусыһы Вилнур Таһиров лайыҡ булған.

Премия йыл һайын иң яҡшы уҡыған, мәктәп тормошонда һәм спортта әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыға "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһында бирелә.
Әйткәндәй, төрлө йылдарҙа лайыҡ булған лауреаттар араһында "Аманат" журналы хәбәрсеһе, йәш шағирә Зарина Бағышаева ла бар.
Фото: Һабыр мәктәбе сайтынан.
Читайте нас