Иртәгә, 26 майҙа, Өфөлә “ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы ассоциацияланған мәктәптәре: үҫеш һәм хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре” тип аталған съезд үтә. Тәүге тапҡыр ойошторолған сара Башҡортостан социаль технологиялар институты базаһында уҙғарыла, унда Рәсәйҙән, сит илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә.
Съезға республиканың 14 муниципалитетынан ЮНЕСКО-ның 39 ассоциацияланған мәктәбе директорҙары, координаторҙар, уҡытыусылар, уҡыусылар йыйыласаҡ. Сараның маҡсаты – Башҡортостанда эшләп килгән ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәренең артабанғы үҫеш йүнәлештәрен билдәләү, 2021/22 уҡыу йылына яңы проекттарҙы ҡарау, геопарктар, финанс белеме һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса проекттарға уҡыусыларҙы йәлеп итеү.
Съезда Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының айырым күрһәтмәләр буйынса илсеһе, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһының яуаплы секретары Г.Э. Орджоникидзе, Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре селтәренең Милли координаторы Н.М. Прусс, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһының советнигы К.А. Гавердовская, Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре селтәренең башҡарма директоры Н.Б. Ларионованың, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Дания, Болгария илдәренең, шулай уҡ Башҡортостандың министрлыҡ-ведомстволары вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.
Уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары белгестәре ҡыҙыҡлы лекциялар уҙғарып, һуңынан республикабыҙҙың тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы буйынса викторина ойоштормаҡсы.