Бөгөн, 26 майҙа, Өфөлә “ЮНЕСКО-ның Башҡортостан Республикаһындағы ассоциацияланған мәктәптәре: үҫеш һәм хеҙмәттәшлек перспективалары” тип аталған съезд үтте.
Сара Башҡортостан социаль технологиялар институты базаһында уҙғарылды, унда республиканың 14 муниципалитетынан ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе директорҙары, координаторҙар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Съезд пленар өлөштән башланды. Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты башҡарма директоры Элина Винер ҡыҙы Ғатауллина ойошманың төбәктә ғәмәлгә ашырылған проекттары тураһында һөйләне. Башҡорт дәүләт университетында һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ЮНЕСКО-ның махсуслашҡан кафедралары эшләй, уларҙы башҡа уҡыу йорттарында ла асыу күҙаллана. Республика мәктәптәрендә туған телдәрҙе, милли костюмдарҙы, мәҙәни һәм тәбиғи мираҫты һаҡлауға йүнәлтелгән саралар даими ойошторола. “Торатау” геопаркы, “Шүлгәнташ” мәмерйәһе әле үк ЮНЕСКО мираҫы тип иғлан ителгән, сиратта – тағы бер нисә тәбиғәт ҡомартҡыһы. Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү менән бер рәттән, бындай статустар төбәктең туристик мөмкинлектәрен дә арттыра.
Артабан съездың эше бер нисә секцияға бүленеп ойошторолдо:
- “Мәғариф перспективалары: ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе уҡытыусыһы”;
- “Фекерләү мәҙәниәте: донъя һәм ышаныс”;
- “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе уҡыусыһы – был исем ғорур яңғырай!”
Сараның ойоштороусылары булып Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Башҡортостан социаль технологиялар институты, Рәсәйҙәге “ЮНЕВОК” үҙәге сығыш яһаны. Сараны үткәреүгә республиканың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Өфө ҡалаһы хакимиәте булышыҡ итте.