Белем һәм тәрбиә
27 Май 2021, 18:15

Ошондай тәүге мәктәп буласаҡ

Башҡортостанда концессия килешеүе буйынса беренсе мәктәп төҙөләсәк. План буйынса...

Башҡортостанда концессия килешеүе буйынса беренсе мәктәп төҙөләсәк. 1225 урынлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеһы Өфөнөң Ленин районында, Шмидт, Әхмәтов һәм Өфө – Затон автомобиль юлы арауығындағы майҙанда буласаҡ. План буйынса, бина 2022 йылдың аҙағында тапшырылырға тейеш.
"Беҙгә белем биреү системаһын үҫтерергә, төбәктә йәшәгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ – был эште тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәле ҡоралдарының береһе. Мәктәп төҙөү өсөн федераль финанслашыуға республиканың ғаризаһын Рәсәй Мәғариф министрлығы хупланы. Субсидияның дөйөм күләме ике миллиард һумдан ашыу буласаҡ, уның бер миллиардтан ашыуы концессия килешеүен тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк, ҡалған аҡса республиканың адреслы инвестиция программаһы нигеҙендә Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы ике мәктәпте төҙөкләндереүгә ебәреләсәк", – тине Премьер-министр Андрей Назаров.
Концессия килешеүен ун йылға төҙөргә планлаштыралар. Концессионер конкурс процедуралары һөҙөмтәһе буйынса билдәләнәсәк.
Шуныһын билдәләргә кәрәк, был мәғариф объекттарын булдырыу өсөн федераль аҡса алыуға төбәктәрҙән ҡабул ителгән тәүге һайлап алыу булды. Конкурстың беренсе этабында республиканан өс проект ҡатнашҡан, уларҙың береһе – дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптарында. Бөтәһе субъекттарҙан өс һайлап алыу этабы үткәреү планлаштырыла. Башҡортостан уларҙың өсөһөндә лә ҡатнашмаҡсы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас