Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәр аша күңелле яңылыҡ менән уртаҡлашты. Ул мәктәптәр төҙөлөшөнә бәйле.
“Быйыл Өфөләге 115-се гимназияны төҙөкләндерә башланыҡ. Беләм, быны күптәр көтә ине. Бина 1967 йылда төҙөлгән һәм әллә ҡасан иҫкергән. Төҙөүселәр спортзал менән ашхананы, иҫке спорт майҙансыҡтарын емереп ташлаясаҡ. Уларҙың урынына заманса биналар һәм стадион барлыҡҡа киләсәк. Төп бинаны шулай уҡ тәртипкә килтерәсәкбеҙ һәм мәктәптең һыйҙырышлығы 1225 урынға етәсәк. Тағы бер мөһим ҡарар ҡабул иттек. Учалыла 1225 урынлыҡ полилингваль мәктәп төҙөйәсәкбеҙ. Беҙҙең бурыс – балаларға сифатлы тел әҙерлеге бирергә. Шуға күрә 2024 йылға тиклем республикала полилингваль мәктәптәр һанын 14-кә еткерәбеҙ.
Быныһы пландар тураһында булды. Хәҙер ағымдағы эштәр хаҡында.
Нуриман районының Павловка ауылындағы яңы мәктәп уҡыусылар ҡабул итергә әҙер. Оҙаҡламай Өфө янында Михайловка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп асабыҙ, ул 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән. Бынан тыш 2021 йылда Өфө районында тағы өс мәктәп эшләй башлаясаҡ: Булгаково, Зубово һәм “Миловка паркы”нда. Ә йыл аҙағына тиклем Инорс, Нефтекама, Бишбүләк, Дыуан районы һәм Хәйбулла районында Аҡъярҙа биш мәктәп төҙөлөп бөтөргә тейеш. Шулай уҡ Өфөлә 21-се лицей төҙөкләндереләсәк. Бөтәһе 7464 урын барлыҡҡа киләсәк.
Эйе, бер ни тиклем ковидҡа бәйле иҡтисади ауырлыҡтар бар, ҡайҙалыр һуңлап барабыҙ. Тик иң мөһиме, беҙ был эштәрҙе туҡтатманыҡ. Республика картаһында яңы мәктәптәр арта һәм беҙ был эште дауам итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул.