Башҡортостандан дүрт университет – Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө авиация техник университеты, Өфө нефть техник университеты – Times Higher Education Impact Rankings 2021 (THE) халыҡ-ара рейтингына инде һәм БМО-ның айырым тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү өлкәһендә төп урындарҙы яуланы.
ТНЕ исемлеге – донъялағы университеттарҙың иң абруйлы рейтингтарының береһе. Ул 2014 йылдан Британияның ошондай уҡ исемле баҫмаһы тарафынан тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса баҫыла.
– Рейтингты төҙөгәндә тикшеренеүҙәр, етәкселек, мәғлүмәт-пропаганда эшмәкәрлеге һәм белем биреү кеүек күрһәткестәр иҫәпкә алына. Беҙҙең университеттар төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Уларҙың эшмәкәрлеге шул иҫәптән донъялағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә йүнәлтелә. Был бик мөһим, – тине Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләлре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов.
Рейтинг университеттарҙың йәмғиәткә йоғонтоһоноң Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2015 йылда ҡабул иткән тотороҡло үҫеш өлкәһендәге маҡсаттарға (фәҡирлекте һәм аслыҡты бөтөрөү, һаулыҡты һәм именлекте, сифатлы белем алыуҙы, лайыҡлы эш һәм иҡтисади үҫеште, яуаплы ҡулланыуҙы, етештереүҙе һәм башҡаларҙы тәьмин итеү) ниндәй дәрәжәлә тап килеү-килмәүен баһалай.
Дөйөм рейтингҡа быйыл 94 илдән/төбәктән 1117 университет ингән.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru