Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл аҙағына тиклем Нефтекама ҡалаһында мәктәп төҙөлөшө тамамлана. Ул ҡалала 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән иң ҙур мәктәп буласаҡ.
Нефтекамаға бик кәрәкле булған был социаль объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына һәм Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы һалына. Төҙөүселәр эшкә былтыр майҙа тотонғайны. Объект ҡаланың 24-се биҫтәһендә урынлашҡан. Эштең дөйөм хаҡы 752, 9 миллион һум күләмендә баһалана, шуның 370,26 миллион һумы федераль бюджеттан бүленгән.
Әле мәктәп 75 процентҡа әҙер. Бинаның эсендә әүҙем эш бара. Төҙөүселәр фасадты эшләп бөтөп килә, бер үк ваҡытта биләмәне лә төҙөкләндерә. Яңы уҡыу йортонда ике спорт залы, аҙыҡ-түлек блогы, иркен кабинеттар, киң коридорҙар буласаҡ.
Мәктәп биләмәһендә уйындар өсөн ете майҙансыҡ, хәүефһеҙ япмалы баскетбол һәм гимнастика майҙансыҡтары асыла. Шулай уҡ проектта волейбол, йүгереү, тантаналар, ял майҙансыҡтарын булдырыу ҡаралған.
Әйткәндәй, 2020 йыл аҙағында Нефтекамала, “Демография” милли проектына ярашлы, 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлгәйне.
Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/370448/