Белем һәм тәрбиә
31 Май 2021, 11:00

Балалар мәктәптә яҡшы туҡланырға тейеш

Республика Хөкүмәтендә мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙың сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе ҡаралды.

Бөгөн, 31 майҙа, БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән онлайн-кәңәшмә барышында мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙың сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе ҡаралды.
- Уҡыу йылы башында беҙ мәктәп туҡланыуының сифатын яҡшыртыу бурысын ҡуйғайныҡ, - тине Андрей Назаров. – Бөгөн беренсе кластан дүртенсегә тиклем барлыҡ мәктәп уҡыусылары йылы аш менән тәьмин ителә. Был 200 меңдән ашыу бала тигән һүҙ. Бынан тыш, льготалы категорияларға ҡараған 270 меңдән ашыу бала өсөн мәктәп туҡланыуы бушлай ойошторола.
Кәңәшмәлә республика мәктәптәрендә туҡланыу сифатын яҡшыртыу йәһәтенән булдырылған саралар айырым ҡаралды. Мәҫәлән, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһынан көн һайын рационды һәм уҡыусыларҙың туҡланыуын раҫланған графикка ярашлы ойошторолоуҙы тикшереү өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән. Мәктәптәрҙең рәсми сайттарында көндәлек менюҙың – иртәнге, төшкө аштарҙың фотолары ҡуйып барыла. Белем биреү учреждениеларының сайтында һатып алынған аҙыҡ-түлек һәм сеймал хаҡында мәғлүмәт тупланған QR-кодтар ҙа бар. Мәктәптәрҙәге бракераж комиссиялары составына биштән ашыу ата-әсә индерелгән.
- Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡарамағындағы “Социаль туҡланыу идаралығы” учреждениеһы тарафынан даими рәүештә урындарға сығып, туҡланыуҙы ойоштороу кимәле баһалана. Быйылғы уҡыу йылында социаль тармаҡ учреждениеларында 600 самаһы шундай тикшереү уҙғарылды, - тип һөйләне сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Планлы баһалау һөҙөмтәһендә учреждениеларҙың туҡланыуҙы ойоштороу кимәле билдәләнә, уларға юғары (10 учреждение), уртаса (168), түбән (28 ойошма) һәм кире баһа ҡуйыла. Һуңғы баһа бирелгән осраҡта мәғлүмәт контроль-тикшереү органдарына ебәрелә. Бөгөнгә ундай ойошмалар асыҡланмаған.
Кәңәшмә барышында Андрей Назаров яңы уҡыу йылы башланыуға оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән килешеүҙәр төҙөргә, уларҙа ҡатнашыусыларҙы коммуналь түләүҙәрҙән һәм ҡуртым хаҡынан азат итеп, мәктәптәрҙең аҙыҡ-түлек блоктарының матди-техник базаһын нығытыу эшенә йәлеп итеү зарурлығы хаҡында әйтте. Шулай уҡ мәктәп ашханаларын тейешле ҡорамалдар, техник йәһәттән кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итеү һәм ремонтлау буйынса эштәрҙе тамамлау бурысы ҡуйылды.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Фото: vkrasnoznamenske.ru
Читайте нас