Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика мәктәптәрендә ҡайнар аш ойоштороуға йомғаҡ яһалды һәм был йәһәттән яңы уҡыу йылына пландар тикшерелде.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, 2020-2021 уҡыу йылында 1873 мәктәптә уҡыған 497 мең баланың 96,2 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителде. Был былтырғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда 7,8 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта 224,2 мең бала ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса бушлай туҡланды.
– Беҙ ата-әсәсәләр менән әүҙем эшләйбеҙ, уларҙы тикшереүселәр комиссиялары составына индерәбеҙ. Үҙебеҙ даими рәүештә мәктәп ашханаларына инспекциялар үткәрбеҙ, ялыуҙар буйынса сығабыҙ, – тине Алексей Гусев. – Уҡыу йорто сайтында һәр теләгән кеше менюҙы өйрәнә, фотоларҙы ҡарай ала. Шунда уҡ QR-кодтар ҡуйылған, уларҙа килгән сеймал һәм аҙыҡ-түлек тураһында мәғлүмәт бар. Артабан мәктәп туҡланыуы сифатын көн һайын мониторинглау Республикаға идара итеү үҙәгенең контроль системаһына инәсәк.
Йыл дауамында тикшереүселәр 600 тапҡыр мәктәптәргә барған. Тикшереү саралары сиктәрендә белем биреү учреждениеһында туҡланыуҙы ойоштороу кимәлен баһалайҙар: юғары, уртаса һәм түбән. Һуңғы осраҡта мәғлүмәт контроль-күҙәтеү органдарына тапшырыла. Республикала әлегә бындай мәктәптәр асыҡланмаған.
– Иң яҡшылар төркөмөндә Нефтекама мәктәптәре тора, шунда уҡ тәжрибәле һәм тикшерелгән оператор, – тине Радий Хәбиров. – Ҡала һәм райондарҙа башлыҡтар үҙҙәренә шундай ышаныслы партнерҙар тапһын ине, контракт бит өс йылға төҙөлә. Ата-әсәләр яғынан ялыуҙар артһа, беҙ мотлаҡ ҡыҫыласаҡбыҙ.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, 1 сентябргә тиклем мәктәптәрҙең аҙыҡ-түлек блоктарын яңыртыу өсөн республика бюджетынан бер миллиард һумлыҡ контракт әҙерләнәсәк.
Башҡортостан Башлығы Мәғариф министрлығына уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау буйынса эште көсәйтергә ҡушты. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мәктәп менюһына “Һөт кухняһы” аҙыҡ-түлеген индереү ҡушылды.