Белем һәм тәрбиә
1 Июнь 2021, 17:00

"Олимп"та яңы еңеүҙәр көтә!

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфө районының Михайловка ауылында “Олимп” заманса белем биреү үҙәге асылды.

Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфө районының Михайловка ауылында өр-яңы “Олимп” заманса белем биреү үҙәге асылды. Ул “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлгән.
Белем биреү үҙәге үҙ эсенә 640 урынлыҡ мәктәп менән 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын ала. Уны төҙөү былтыр ғинуар айында башланғайны. Ауыр эпидемиологик шарттарға ҡарамай, мөһим социаль объектты төҙөү туҡталып ҡалманы, хатта графиктан алдараҡ һалынып бөттө.
Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов менән мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин ҡатнашты.
Мәктәп биләмәһендә балаларҙы физик яҡтан үҫтереү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә нәмә бар: футбол, волейбол һәм ике баскетбол майҙаны, йүгереү юлдары, ҙур спорт залы, уйын майҙансыҡтары. Уҡыу өсөн иһә тулыһынса йыһазландырылған кабинеттар, хеҙмәт дәрестәре өсөн кластар булдырылған. Робот техникаһы, психологик йәһәттән бушаныу, инглиз теле бүлмәләренә лингафон ҡорамалдары ҡуйыу планлаштырыла.
Балалар баҡсаһы ла яҡшы йыһазландырылған. Һигеҙ төркөм шөғөлләнә алһын өсөн уйын майҙансыҡтары, гимнастика, музыка залдары бар.
"Беҙ республика етәкселегенә Өфө районының инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибары, ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ. “Олимп”тың төбәктәге иң алдынғы мәктәп булыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар", – тине Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров.
Балалар баҡсаһы сабыйҙарҙы иртәгәнән ҡабул итә башлаясаҡ. Өфө районында бәләкәй балалы йәш ғаиләләр көндән-көн арта, шуға күрә яңы мәғариф учреждениеһы ҙур әһәмиәткә эйә.
“Олимп”та балаларҙы яңы белем һәм асыштар, бәхетле мәлдәр, ярыштар һәм уларҙа еңеүҙәр көтә. Уҡытыусыларға, уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Өфө районы хакимиәте.
Читайте нас