Белем һәм тәрбиә
1 Июнь 2021, 07:17

“Һәр кем үҙен бәхетле тойһон”

Бәлиғ булмағандар иғтибар һәм наҙ менән уратылһын ине.

Бала бар ерҙә батша юҡ. Бала – ата-инәгә алтын бағана. Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ. Баланың балаһы балдан татлы... Ошондай мәҡәл-әйтемдәрҙе оҙаҡ дауам итергә була, сөнки кешенең фани донъялағы мөҡәддәс бурыстарының береһе үҙенән һуң нәҫелен дауам итерлек вариҫтар ҡалдырыу һанала. Был дауамыңды үҫтергәндә уны яҡлау, һаҡлау, бәпләү ҙә талап ителә. Әсә кешегә хатта балаһы ғүмер буйына бәпес булып ҡала. Дәүләт тә илдең киләсәге һаналған йәш быуынды үҙенең хәстәренән мәхрүм итмәҫкә тейеш. Беҙҙең республикала был бурыстар ни рәүешле тормошҡа ашырыла? Киҫкен мәсьәләләр нисек хәл ителә? Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында һәм, ғөмүмән, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтары тураһында Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана СКОРОБОГАТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Милана Марат ҡыҙы, бала 18 йәше тулғас бәлиғ булған тип һанала. Шуға тиклем барыһына ла уның законлы вәкилдәре яуаплы, әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа ул үҙе юридик хоҡуҡлы граждан була ала. Ниндәй осраҡтарҙа?

– Хоҡуҡтары боҙолғанда, йәшенә ҡарамайынса, бала ҡай­һы бер сараларҙы үҙаллы күрә ала. Мәҫәлән, ата-әсә уларға йөкмәтелгән ышанысты аҡла­маһа, тәрбиә һәм белем биреү буйынса бурыстарын үтәмәһә йә урын-еренә еткереп башҡармаһа, ҡыҙы йә улы – опека һәм попечителлек органына, ә инде 14 йәше тулһа, судҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә.
Ғәҙәттә, тулы юридик хоҡуҡ­лылыҡ 18 йәш тулғас бирелә. Әгәр инде 16 йәшлек үҫмер эшкә урынлашһа йә ата-әсәһе риза­лығын алып, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһә, бәлиғ бул­маһа ла, ошо статусты юлларға мөмкин. Шулай уҡ билдәле сәбәптәр арҡаһында йәшләй никахҡа инергә тура килһә, бала тулы юридик хоҡуҡлы тип һанала. Һәм күп тә үтмәй никах тарҡалһа ла, был хоҡуҡ һаҡлана. Рәсми ҡарар ата-әсәнең риза­лығы булғанда – опека һәм попечителлек органы, законлы вәкилдәр риза булмағанда суд аша ҡабул ителә.


– Ҡазандағы ҡот осҡос ваҡиға илдә балаларҙы физик һәм психологик баҫым­дан, көс ҡулланыуҙан, эҙәр­ләү­ҙән ҡурсалау мәсьәләһе­нең киҫкен тороуын күрһәтте. Бәлиғ булмағандарҙы ғаилә­лә лә, белем биреү ойошмаларында ла, йәмәғәт урындарында ла йәберләүҙәре бар. Шундай хәлдәргә тәүшарттар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

– Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – дәүләт кимә­лен­дәге бурыс. Башҡортостанда профилактика учреж­дение­ла­рының ведомство-ара бәйләнеше бул­дырылған, улар тарафынан ҡаты, рәхимһеҙ мөғәмәләгә дусар бул­ғандарға ярҙам күрһәтелә. Был юҫыҡта Башҡортостан Рес­пуб­ликаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә (kinder@bashkortostan.ru һәм kinder@gsrb.ru электрон почтаһы, 347 280-85-25 телефоны аша), аппарат вәкилдәре Алик Филарит улы Кәримовҡа (347 280-85-25 телефоны аша), Оксана Анатольевна Арыҫлано­ваға (347 280-88-47), Ольга Владимировна Зюзинаға (347 280-88-48), Галина Александровна Ануфриеваға (374 280-85-25) мөрәжәғәт итергә була.
Шулай уҡ кисектергеһеҙ ос­раҡ­тарҙа бушлай һәм аноним­лыҡты һаҡлаған “ҡыҙыу бәйлә­неш” телефондары эшләүен онотмаҫҡа кәрәк. Улар өҙлөкһөҙ, тәүлек әйләнәһенә сафта. Бында махсус әҙерлек үткән, рөхсәт сертификаттарына эйә булған белгестәр хеҙмәт итә.
Берҙәм республика ышаныс телефоны – 8-800-7000-183. Уның хеҙмәттәре иҫәбенә биш учреждение инә. Былтыр, мәҫә­лән, 36 мең шылтыратыу теркәл­гән, шул иҫәптән бәлиғ булма­ғандарҙан – ике мең. Йәнә дөйөм Рәсәй балалар ышаныс телефоны ла бар – 8-800-2000-122.


– Һеҙ Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил булып хәҙер ун йыл эшләйһегеҙ. Күберәк ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр, йышыраҡ ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә?

– Башлыса улар ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ проблемалары менән бәйле. Тиҫтә йыл эсендә шундай биш меңләп мөрәжәғәт тикшерелде (был – дөйөм һан­дың дүрттән бер өлөшө). Бында ата-әсәләрҙең балаларын тәр­биә­ләү бурысын үтәмәүе йәки уны етерлек кимәлдә башҡар­мауы, шул иҫәптән ата-әсәлек хоҡуғын сикләү, унан мәхрүм итеү йә уны тергеҙеү; ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙың тормошон яйға һалыу; ата-әсәнең алимент буйынса бурыстарын үтәмәүе, айырылышҡан осраҡта баланың кем менән ҡалыуы һәм икенсе яҡтың аралашыу тәртибе мәсьәләләре инә.

Икенсе урында – шулай уҡ дө­йөм һандың дүрттән бер өлөшө – торлаҡҡа хоҡуҡҡа бәйле мөрәжәғәттәр тора. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡал­ған балаларҙы, күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә­ләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү; ер участкалары алыу; ипотека кредиттары буйынса бурыстар; башҡа торлаҡ мәсьәләләрен тәшкил итә улар.
Бөтә мөрәжәғәттәрҙең 13 проценты иһә белем биреү өлкәһенә ҡарай. Мәғариф учреждениеларында килеп тыуған бәхәсле осраҡтарҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап яҙылған улар. Тағы ла баланы мәктәпкәсә тәрбиә биреү ойошмаларына урынлаштырыу, белем биреү сифаты, уҡыусы­ларҙың хәүефһеҙлеге кеүек проблемалар ҙа ҙур иғтибар талап итә.
Йыш ҡына Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә бәлиғ булма­ғандарҙың медицина ярҙамына, һаулығын һаҡлауға хоҡуҡтарын да яҡларға – дарыуҙар бүлеү, балалар аҙыҡ-түлеге менән тәьмин итеү, шифахана-курорт дауалауы, йәнә социаль тәьминәт мәсьәләләре менән шөғөллә­нергә тура килә.
Айырыуса ғаилә ағзалары йәки сит кешеләр, балалар учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡылынған бәлиғ бул­маған кешенең шәхесенә, иркенә зыян килтерерлек ғәмәлдәр тиҙ аҙымдар яһауҙы көтә.
– Хәҙер баланы ғаиләлә тәрбиәләү моделе өҫтөнлөк итә. Шуға күрә бәлиғ булмағандарҙы аҫрауға, опекаға, патронатҡа алған ғаиләләр күбәйҙе. Ундағы балаларҙың хоҡуғы нисек яҡлана? Был эшмәкәрлектә ниндәй типик проблемалар күҙәтелә?

– Быйыл 1 ғинуарға республикала ҡараусыһыҙ ҡалған 11960 бала теркәлгән. Дөйөм алғанда, ун йыл эсендә етемдәр һаны 6678 кешегә (36 процентҡа) кәмегән. Былтырғы һандарға ҡарағанда, тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә 10897 бала аҫрала, ә балалар йорттарында һәм приюттарҙа – 833.
Бындай ғаиләләрҙең теләге изге лә ул, тик улар үҙенә күрә ауырлыҡтар менән дә осраша. Мәҫәлән, баланы ҡурсыуға алыр­ға теләгән кешеләр мотлаҡ махсус курс үтергә тейеш, ләкин бөгөн ул бик оҙаҡҡа һуҙыла. Бының сәбәбе – ошондай уҡыу­ҙарҙы ойоштороу буйынса муниципаль килешеүҙәр тө­ҙөүҙәге, төркөм туплауҙағы ҡатмар­лыҡтар. Был­тырғы пандемия йылында был мәсьәлә бигерәк тә киҫкен булды. Шулай ҙа онлайн-уҡыуҙар уҙғарылды.
Йәнә бер “ауырт­ҡан урын” – баланы тәр­биәгә алған ғаилә­ләге ата-әсәгә ай­лыҡ аҡсалата тү­ләү­ҙәрҙең күләмен арттырыу. Бөгөн был көнүҙәк мәсьәлә федераль кимәлдә ҡарала. Яҡын киләсәктә ул ыңғай хәл ителер тип өмөтләнәм.
Иғтибар үҙәгендәге тағы бер йүнәлеш – баланы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙе педагог, психолог, логопед, юрист хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеү. Айырыуса психологик-педагогик ярҙамға мохтажлыҡ ҙур. Яңы ғаиләлә йәшәргә өйрәнгән мәлдәге, үҫмерлек осорондағы, уҡыуҙағы ауырлыҡтарҙа, тиҫтерҙәр, уҡы­тыусылар, ата-әсә менән низағтар килеп тыуғанда был бик мөһим.


– Ә инвалид балалар ме­нән хәл нисек тора? Улар бит бигерәк тә ярҙамға, яҡлауға мохтаж.

– Был ҡатламға ҡағылған күп кенә һорауҙар ыңғай хәл ителә: һирәк (орфан) сирлеләргә кәрәк дарыуҙарҙы йәшәү өсөн мөһим препараттар исемлегенә инде­реү, инсулинға мохтаж шәкәр диабеты һәм фенилкетону­рияның классик төрө менән ауырығандарға инвалидлыҡ төркөмө тәғәйенләү, инсулин помпаһы өсөн тотонолған материалдарҙы дәүләт гарантиялары бирелгән ташламалы медицина әйберҙәре исемлегенә индереү, ҡолаҡҡа ҡуйылған кохлеар имплантаттар система­һының телмәр процессорҙарын биш йылдан һуң алмаштырыу. Шуныһы ҡыуаныслы: арҡа-мускул атрофияһынан яфаланған сабыйҙарға ла ярҙам йөҙөнән Рәсәй Президенты указы менән махсус фонд булдырылды.
Бөгөн инвалид балаларҙы реабилитациялау, уларҙы техник саралар, шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү проблемалары көнүҙәк әле. Махсус коррекцион белем биреү учреждениеларында һәм кластарҙа урындар, уҡытыусы-дефектолог­тар­ҙың, уҡытыусы-логопедтарҙың, педагог-психологтарҙың, социаль педагогтарҙың, тьюторҙарҙың етешмәүе күҙәтелә.


– Үҙегеҙҙең эш тәжрибә­һенән һеҙҙе ныҡ борсоған, йөрәгегеҙгә үтеп ингән миҫал килтерә алаһығыҙмы?

– Бында беҙҙең бәләкәй граждандарҙы сит илдән ҡайтарыу процесын өлгө итеп күрһәтергә була. Ғәҙәттә, бындай эштәр бик оҙаҡҡа һуҙыла, шуға хәтерҙә уйылып ҡала.
2019 йылда Францияла ҡалған И. исемле ҡыҙҙың тарихы сетерекле булды. Уның өләсәһе Г. беҙгә ейәнсәрен илгә ҡайтарыуҙа ярҙамлашыуҙы үтенде. Баҡһаң, улар йәй көнө ҡыҙҙың 2012 йылдан Францияла йәшәгән әсәһенә ҡунаҡҡа барған. Шунда ошо ҡыҙы менән һүҙгә килешеп, оло кеше ҡайтып киткән, ә ейәнсәре һуңғараҡ ҡайтырға уйлаған. Әммә әсәһе уға Францияла ҡалырға бойорған. Ноябрь аҙағында әсә кеше өс көнгә Швейцарияға киткән. Ҡыҙыҡай, шунан файҙа­ланып, өйҙән ҡасҡан һәм поли­цияға мөрәжәғәт иткән. Тикшереү барышында уны белорус ғаилә­һенә тәрбиәгә биреп торалар. Һәм... бер йылға һуҙылған суд ултырыштары башланды. Беҙ Рәсәй һәм Франция ведомстволары менән берлектә ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ҡатнаштыҡ. Өҫтәүенә И.-ның атаһы икенсе илдә – Португалияла – йәшәй ине. Ниһайәт, бөтә ҡатмарлыҡтар артта ҡалды һәм, йыл ярым тигәндә, 2020 йылдың де­кабрендә, ҡыҙ Өфөгә ҡайтып төштө.


– Тиҙҙән йәйге каникул башлана. Ял итеү менән бергә ҡайһы бер үҫмерҙәр ваҡытлыса эшкә лә урын­лашырға теләй. Улар­ҙың ниндәй мөмкин­лек­тәре бар?

– Рәсәй закондарына ярашлы, рәсми рәүештә хеҙмәт килешеүен 16 йәштән төҙөргә була. 14 йәшлектәр ҙә эшкә урынлаша ала, ләкин ата-әсәнең һәм опека органының ризалығы менән генә. Талаптар буйынса, шөғөл һаулыҡҡа зыян килтерергә тейеш түгел. Ошо уҡ йәштән шәхси эшҡыуарлыҡ менән дә булышырға мөмкин.
Мәшғүллек мәсьәләһе менән Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә мөрә­жәғәт итергә, үҙаллы шөғөл­ләнергә, шулай уҡ туғандарҙың бизнесында ҡатнашырға, күрше-күләнгә йә таныштарға ваҡ-төйәк йомошта ярҙам итергә була.


– Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә өлкәндәргә һәм балаларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Балалар – беҙҙең байлы­ғыбыҙ. Беҙ, өлкәндәр, уларҙы иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алырға, яҡшылыҡҡа һәм кешелеклелеккә өйрәтергә тейешбеҙ. Башҡараһы эштәр күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың күҙ йәше күп түгелә әле.

Йәш быуынды заман афәт­тәре лә һағалап ҡына тора: һу­ғыш­тар, фәҡирлек, ауыр сирҙәр, тиҫтерҙәренең һәм өлкәндәрҙең рәхимһеҙлеге, зарарлы һәм хәүефле мәғлүмәт тулҡыны... Һәм дәүләттең, йәмғиәт институт­тарының, ата-әсәләрҙең иң беренсе бурысы – балаларҙы бөтә был “ҡара тормоштан” һаҡлау, ҡурсалау. Һәр бер бала үҙен яҡлаулы, кәрәкле, бәхетле итеп тойһон, йылмайһын һәм көлһөн.

Ҡәҙерле балалар, изге күңелле, дуҫ-татыу, хәрәкәтсән һәм ижади кешеләр булып үҫегеҙ! Үҙегеҙ – сәләмәт, баш осоғоҙҙағы ҡояш яҡты һәм күк йөҙө тыныс булһын!


– Йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡ­лы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас